Һөнәр һайлауында ата-әсәһе лә ҙур роль уйнай. Атаһы – колхозсы, әсәһе һатыусы булһа ла, көн аша килгән гәзит-журналдарҙы ентекләп уҡып баралар. Ғаиләләге дүрт бала өсөн дә яҙҙыралар. Лилиәнең иң яратҡан баҫмаһы – “Ағиҙел” журналы була. Унда әсәһенең класташы Әмир Әминев эшләүе менән ғорурлана ул.
– Республика 1-се мәктәп- интернатта уҡығанда уҡытыусым Әнәс Вәлиулла улы Мирғәлиев: "Лилиә, һиңә башҡорт теле уҡытыусыһы булырға кәрәк”, – тигәйне. Кабинетыбыҙҙа Рәми Ғариповтың музейы булыуы ла, класс менән уға арналған “Һабантурғай йыры” документаль фильмда төшөүебеҙ ҙә беҙҙә илгә, туған телгә, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Тормошом мәғәнәһенә әйләнгән һөнәрҙе һайлауға этәргес булған һәр мәл күңелем түрендә, уларҙы һис онотасаҡ түгелмен!
1997 йылда Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлағас Өфөнөң 121-се ҡала гимназияһында эш башлай.
– Урыҫ балаларын уҡытһам да, береһе лә башҡорт теле кәрәкмәй тип ултырманы. Дәресте көтөп алалар, яныма йүгереп килеп етәләр. Әлбиттә, быға ирешер өсөн бейеүсе лә, йырсы ла, бер һүҙ менән әйткәндә, артист булырға тура килде, – ти Лилиә Вәкил ҡыҙы.
Уҡыусыларҙың телде өйрәнергә теләүе йәш уҡытыусыға ҡанат ҡуя. Тик ҡаланы үҙ итә алмай. Ике йыл эшләгәс, Ейәнсураға ҡайта, 1-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай.
Тәүге дәрес. Тәжрибә тупларға өлгөрһә лә тулҡынлана, сөнки алдында – 9-сы класс. Ҡайһы берҙәре уҡытыусынан аша ҡарап тора. Уларҙың "Йә, ни әйтерһең?" тигәндәй һынаулы ҡараштары... Уҡытыусы эшен белмәгәндәр өсөн генә дәрес үткәреү еңел тойолалыр. Уны ойоштороу, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу, уларҙы ҡыҙыҡтыра белеү оҫталыҡ талап ителә. Эштәр ҡыҙыҡлы ла, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле лә булырға тейеш.
– Бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп китмәй булдыра алмайым. 9-сы класта тәүге дәрестәрҙең береһе. Ни өсөндөр был класта насар уҡыған, тулы булмаған ғаиләләрҙән, йә бөтөнләй ҡараусыһыҙ ҡалған балалар йыйылған. Белем кимәле лә, тәртип тә шәптән түгел. Эште нимәнән башларға? Үҙемсә уларҙың белем базаһын асыҡламаҡсымын. “Йәгеҙ, нимәләр беләһегеҙ?” – тип һорау ҡуйҙым. Шуғыраҡ малайҙарға етә ҡалды, бер-бер артлы башҡортса оятһыҙ һүҙҙәрҙе теҙә башламаһындармы! “Мин ундай һүҙҙәрҙе белмәйем”, – тим тыныс ҡына. “Нисек белмәйһегеҙ? Һеҙ бит башҡорт теле уҡытыусыһы...”. “Уҡыусылар, мин әле йәш, белмәһәм дә үпкә юҡ. Һуң директор башҡорт бит, әйҙәгеҙ, бергәләп барып һорайыҡ”, тигәс, хәйләләре килеп сыҡмағанын тойоп, тындылар. Шунда юғалып ҡалһам, ни булыр ине икән?.. Ә хәҙер инде шул уҡыусыларҙың балаларын башҡорт теленә өйрәтәм.
– 27 йыл яратып башҡарған эшемдән мин бик ҡәнәғәтмен. Һөнәремде дөрөҫ һайланыммы тигән һорау тыуғаны юҡ. Эйе, уңдым һөнәремдән, – ти үткән йыл Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булған Лилиә Исхаҡова.