Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу йылына старт бирелде

23 августа райондың мәғариф хеҙмәткәрҙәре конференцияға йыйылды

Уҡыу йылына старт бирелде
Уҡыу йылына старт бирелде

“Төбәк мәғариф системаһының стратегик йүнәлештәре” тип исемләнгән сарала белем биреү учреждениеларының уҙған уҡыу йылындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, яңыһына бурыстар ҡуйылды.

Сараға килеүселәрҙе район мәҙәниәт йорто алдында  бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Эстә иһә үткән менән бөгөнгө бәйләгән экспозицияларҙа халыҡтың көнкүреше, милли уйын-йолалар, биҙәүестәр менән бер рәттән заманса уйын ҡоралдарын, робот техникаһы менән, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстанда, Чечняла һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, педагогик хеҙмәт ветерандарына, уҡыу алдынғыларына арналған фотокүргәҙмәләр,  балаларҙың ижади эштәре танышырға мөмкин булды.

Кәңәшмә залға Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын индереү һәм М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты, Абзан һәм С.Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусыларының сығыштары менән башланды. Пленар ултырышт район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының профилактик программалары бүлеге начальнигы Азат Хафизов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева, биләмә башлыҡтары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ яҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Дәмин Марат улы районда барған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштырҙы.

– Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, бөгөн барлығы 385 педагог эшләй, шул иҫәптән 328 уҡытыусы. Шуларҙың 25-е (7 %) – биш йылға тиклем стажлы йәш белгестәр, 98 уҡытыусы (30 %) – пенсия йәшендә. Уҡытыусыларҙың уртаса йәше – 48 йәш. Был йәш белгестәрҙе мәғариф системаһына йәлеп итеүгә ҡарамаҫтан, кадрҙарҙың ҡартайыуы һәм уҡытыусыларҙың хаҡлы ялға сығыуы иҫәбенә уҡытыусылар һанының кәмеүен күрһәтә. Һуңғы өс йылда район мәктәптәренә 16 йәш белгес ҡайтты, – тип башлыҡ инициативалы, әүҙем уҡытыусы-тәрбиәселәргә ярҙам итергә, уларҙы дәртләндереү сараларын күрергә тәҡдим итте.

*****************************************************************************************************************************************

Рәйлә Айҙар ҡыҙы сығышында балалар баҡсалары, мәктәптәр эшмәкәрлегенә, педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың уңыштарына, имтихандар тураһында мәғлүмәткә ентекләп туҡталды.

– Мәғариф бүлегенең мониторнигынан күренеүенсә, үткән уҡыу йылында “Ҡояшҡай” (Иҫәнғол), “Йәйғор” (Таҙлар), “Айгөл” (Үрген), “Умырзая” (Иҙелбәк), “Ҡарлуғас” (Иҙәш), “Азамат” (Сирғол) баҡсаларына кескәйҙәр яҡшы йөрөгән, ә “Аленушка” (Иҫәнғол), “Миләш” (Абзан), “Йәйғор” (Үтәғол), “Башаҡҡай” (Петровка), “Йәйғор” (Үрге Бикбирҙе), “Аҡсәскә” (Үрге Муйнаҡ) һәм “Дюймовочка”ла (Арсен) күрһәткес күпкә түбән булған. Киләсәктә баҡса мөдирҙәренә тәрбиәләнеүселәрҙең йөрөүен яҡшыртыуға һәм пропусктарын кәметеү өҫтөндә эшләгән педагогтарҙы дәртләндереү һәм мотивация системаһын булдырырға кәрәк.

9-сы класс уҡыусыларының имтихандарына туҡталһаҡ,  математиканан төп дәүләт имтиханынан сығарылыш уҡыусыларының 77 %-ы ыңғай билдә алған. Был фәндән Иҙәш мәктәбе, Новониколаевка мәктәп-интернаты уҡыусылары яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, уртаса балл – 14 (район буйынса уртаса балл – 13). Рус теленән өлгәш, ГИА-ны ҡабаттан тапшырыуҙы иҫәпкә алып, 91 %. 2-се, Ф.Солтанов исемендәге, Күгәрсен мәктәптәре, М.Бураҡаева исемендәге гимназия-интернаты һәм Новониколаевка мәктәп-интернаты уҡыусыларының күрһәткесе район буйынса урта балдан юғары – 22 (район буйынса –20). 

Шулай итеп, 2022-2023 уҡыу йылы менән сағыштырғанда, ике предмет буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Һайланған фәндәрҙән иһә география ауыр бирелгән, уны сентябрҙә яңынан тапшырасаҡтар, – тине етәксе һәм мәғариф бүлегенә, мәктәп етәкселегенә был фәнде уҡытыу сифатын ентекләп анализларға, уны уҡытыуҙағы проблемаларҙы асыҡларға ҡушты.

– 11-се класты тамамлаусылар һуңғы ике йылда имтихан тапшырғандан физик-математика профиленә өҫтөнлөк бирә һәм техник йүнәлештәге ВУЗдарға уҡырға инә. Быйыл математиканың профиль кимәлен 31 уҡыусы тапшырҙы. Үткән йыл күрһәткесе яҡшырып, район буйынса уртаса балл – 55-кә етте. Гимназия-интернат, 2-се, Ф.Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылары – бөтәһе 8 уҡыусы юғары балл йыйҙы.

Ә база кимәлен 68 кеше биргән, уртаса билдә былтырғы кеүек үк – 4,5. Рус теленән дә уртаса балл былтырғы кеүек – 66, Иҙелбәк, Ишемғол, Ибрай, 2-се, Ф.Солтанов исемендәге мәктәптәр, гимназия-интернат сығарылыусылары юғары балл йыйҙы. Үрге Муйнаҡ уҡыусыларының һөҙөмәтәһе район күрһәткесенән түбән булды.

Рус теленән юғары балл йыйыусылар артыуы ҡыуандыра, улар 19-ға етте: 2-се мәктәбенән – һигеҙ, гимназия-интернатынан – биш, Ф.Солтанов исемендәге һәм Иҙелбәк мәктәптәренән – өсәр уҡыусы, – Рәйлә Айҙар ҡыҙы һәр имтиханға ентекләп туҡталды һәм “Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын һайлаған саҡта мәктәп коллективы менән күмәкләп, маҡсатлы уйланырға тейеш. Бында уҡытыусылар ҙа, класс етәксеһе лә, мәктәп етәкселеге лә, ата-әсәләр ҙә ҡатнашырға бурыслы. Имтиханды “Кәрәк була ҡалһа”, – тип кенә һайлау ярамай”, – тигән һығымта яһаны.

*******************************************************************************************************************************

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Республика Хөкүмәте исеменән – Азат Азамат улы, Ҡоролтай исеменән Раил Рамаҙан улы сәләмләне. Улар педлагогтарға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ, ғаиләлренә именлек теләнеләр.

Докладтар менән Таҙлар мәктәбе директоры Әнзинә Дүшәнбаева, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының дәүләт туған телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы ағзаһы, район ата-әсәләр комитеты рәйесе Нургөл Йәркәева, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лариса Мортазина сығыш яһаны.

Иң актив педагогтар Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы; “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” күкрәк билдәһе менән; үҫеп килеүсе быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне һәм Башҡортостан Республикаһында социаль әһәмиәтле саралар үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән; 2024 йылда Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең юғары профессиональ кимәле өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән, шулай уҡ район хакимиәтенең һәм мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Шулай уҡ кәңәшмәлә “Йыл мәктәбе – 2024” конкурсына йомғаҡ яһалды, унда Иҫәнғолдоң 2-се, һәм Ф.Солтанов исемендәге мәктәптәр призлы урындар яуланы. Ә М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты еңеүсе тип табылды.

******************************************************************************************************************************

“Барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, ҡәҙерле уҡытыусылар! Беҙ һеҙҙең менән ауыр ваҡыттар кисерәбеҙ – коронавирус пандемияһы, санкциялар, махсус хәрби операция. Һәм һеҙ барыһын да бик лайыҡлы эшләйһегеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Тыныслыҡ һәм именлек Һеҙгә!”

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡтағы уҡытыусыларҙың күсмә август кәңәшмәһендәге сығышынан. 17 август, 2024 йыл.

*******************************************************************************************************************************

Бөгөн районда 16 урта мәктәп, бер башҡорт гимназия-интернаты һәм бер төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты, 12 филиал, ике өҫтәмә белем биреү ойошмаһы һәм бер урта һөнәри белем биреү учреждениеһы эшләй, тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар һәм студенттарҙың дөйөм һаны 6 меңдән күберәк.

********************************************************************************************************************************

Быйыл БДИ һөҙөмтәләре буйынса, 12 миҙалсы. 1-се дәрәжә миҙалды – биш, 2-се дәрәжәлеһен ете сығарылыш уҡыусыһы алған.

********************************************************************************************************************************

Ҡыуаныслы, 11-се кластарҙы тамамлағандар, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, күберәк республикабыҙҙың белем йорттарын һайлаған. 

 

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: