Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
20 Сентябрь , 10:56

“Үҫеш нөктәһе” үҫергә ярҙам итә

13 сентябрҙә Иҙелбәк  урта мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылды.

“Үҫеш нөктәһе” үҫергә ярҙам итә
“Үҫеш нөктәһе” үҫергә ярҙам итә

Алып барыусылар Әмир Ниязғолов менән Мария Скрипачева сараны асҡас, 5-се һәм 3-сө кластарҙың сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Мәктәп директоры Светлана Закирова “Үҫеш нөктәһе” проекты сиктәрендә  ниндәй ҡорамалдар алыныуы һәм уҡыусылар алдында торған сикһеҙ мөмкинлектәр тураһында һөйләне.

Иҙелбәк мәктәбендә был тәбиғи-фәнни һәм технологик профилдәр буйынса белем биреү үҙәгендә уҡыусылар менән тәжрибәле химия уҡытыусыһы Тәнзилә Шатилова һәм физика уҡытыусыһы Миниса Дәүләтбәкова, робототехника буйынса Марат Ниязғолов шөғөлләнәсәк. Бөгөн мәктәпкә химия, биология, физика буйынса лаборатор эштәр, робототехника өсөн ҡорамалдар һәм материалдар килгән, кабинеттарҙа талаптарға ярашлы ремонт үткәрелгән, улар йыһазландырылған. Ике ябай булмаған микроскоп, бер МФУ, өс ноутбук, һанлы лабораториялар алынған.

Ҡаҙанболаҡ ауыл хакимиәте башлығы Виктор Игнатьев һәм  район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Йәдкәр Ханнанов “Үҫеш нөктәһе” гимны аҫтында үҙәкте асҡас, барыһы ла яңы ҡорамалдарҙы һынап ҡарау маҡсатында химия кабинетына ашыҡты.

Өҫтәлдәргә сағыштырыу өсөн элекке һам заманса микроскоптар урынлаштырылғайны. Уларҙы айырмаһын “ер менән күк араһында” тип билдәләнеләр. Тәнзилә Нуритдин ҡыҙы ҡунаҡтарға һәм уҡыусыларға микроскоптағы һуған ҡабығының төҙөлөшөн интерактив таҡтала күрһәтеп, һәр өлөшөнә аңлатма бирҙе. Ә комплектта килгән ҡан баҫымын үлсәү тонометры менән уҡыусылар ҙа, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ҡан баҫымын үлсәне, пульсоксиметр ярҙамында йөрәк тибешен һәм ҡандың сатурация кимәлен тикшереп ҡараны.

Физика кабинетында уҡытыусы Миниса Әхмәт ҡыҙы                                               яңы ҡорамалдарҙың мөмкинлектәре тураһында һөйләне. 9-сы класс уҡыусыһы Арыҫлан Дәүләтбәков приборҙар ярҙамында һалҡын һәм эҫе һыуҙың башланғыс температураһын, уларҙы бергә ҡушҡандан һуң үҙгәреүен тәжрибә барышында  күрһәтте. Улар интерактив таҡтала график ярҙамында сағылып барҙы.

Ә иң мауыҡтырғысы 10-сы класс уҡыусылары Зиннур Ниязғолов менән Илгизәр Бирҙеғоловтың информатика уҡытыусыһы Марат Роберт улы етәкселегендә үҙҙәре йыйған машиналарҙы пульт ярҙамында йөрөтөп күрһәтеүе булғандыр.

– Хәҙер уҡыусылар үҙебеҙҙең мәктәптә робототехника менән шөғөлләнә, был өлкәләге белемдәрен камиллаштыра ала. Беҙгә ҡуйылған аныҡ бурыстарҙы үтәргә, яңы ысулдарҙы ҡулланып өлгәш кимәлен күтәрергә, барыбыҙға ла тырышып эшләргә генә ҡала, –  тине Марат Роберт улы.

“Үҫеш нөктәһе” асылыуы уҡытыусыларға эшендә яңы технологиялар ҡулланырға булышлыҡ итһә, уҡыусыларға белем алыуҙа яңы, киң мөмкинлектәр аса.  Инде киләсәктә дәрестәр, кластан тыш саралар заманса, мауыҡтырғыс үтәсәгенә шик юҡ. Иң мөһиме: балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө.

Гөлназ Төрөпҡолова, Иҙелбәк мәктәбе уҡытыусыһы.

 

“Беҙҙең бөтә тырышлығыбыҙ мәктәптәрҙә белем биреү сифаты яҡшырыуына килтерә. Был шул иҫәптән мәғариф системаһының матди базаһын үҫтереү буйынса һеҙҙең менән бергә алып барған ҙур эштең һөҙөмтәһе”.

 Республика Башлығы Радий Хәбировтың педагогтарҙың август кәңәшмәһендәге сығышынан.

 

Йәдкәр Ханнанов, Ейәнсура район хакимиәтенең эштәр менән идара итеү белгесе:

– “Мәғариф” милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре районда 12 ине. Ошо көндәрҙә Арсен, Иҙелбәк һәм Ишемғол мәктәптәрендә тағы ла өсәү асылды. Мәктәптәрҙәге  “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре уҡыусыларға ҙур мөмкинлектәр аса. Ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө тәжрибәләр уҙғара, фәнни эш менән дә шөғөлләнә аласаҡ. Бындай проекттар сифатлы белем алыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор:
Читайте нас: