Районыбыҙҙа берҙән-бер һөнәри уҡыу йорто булған Ейәнсура агросәнәғәт колледжы – уңышлы эшләп килгән колледждарҙың береһе. Уҡыу, тәрбиә эштәре тураһында тулыраҡ беҙ уҡыу йорто директоры Гөлназ Тоҡомбәтова менән һөйләштек.
–Гөлназ Ғәйнулла ҡыҙы, яңы уҡыу йылы нисек башланып китте? Беренсе курсҡа нисә студент килде?
–План буйынсаһәр төркөмгә 25 студент йыйылырға тейеш ине. Дүрттөркөмгә 100 егет һәм ҡыҙ ҡабул иттек. Был план 100 процентҡа үтәлде тигән һүҙ. Ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
–Ә дөйөм алғанда колледжда нисә студент уҡый?
– Барлығы 244. Әйтергә кәрәк, улар беҙҙең райондан ғына түгел. Беҙгә күрше Күгәрсен, Йылайыр райондарынан, Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районынан да киләләр. Тимәк, колледж тураһында ишетәләр, беләләр.
– Уҡыусылар ниндәй һөнәрҙәр алып сығалар?
– Беҙҙең уҡыу йортонда бөтәһе өс йүнәлештә белем бирелә: ауыл хужалығы производство мастеры, иретеп йәбештереүсе һәм ашнаҡсы-кондитер. Тәүгеһендә 9-сы һәм 11-се кластар базаларында белем алырға була.
–Кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәйһегеҙме?
–Был йәһәттән дә хәлдәребеҙ яҡшы. Колледжда бөтәһе 39 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 19-ытөрлө фәндәр уҡытыусылары. Производствоға өйрәтеү буйынса дүрт мастер эшләй. Улар – Венер Исхаҡов, Роберт Хәлитов, Татьяна Миңлебаева, Лариса Захарова.
–Тимәк, уҡытыу, тәрбиә эштәре тотҡарлыҡһыҙ, уңышлы бара?
– Эйе. Шулай уҡ тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарым Гөлсинә Яубаҫарова, быға тиклем уҡытыу-производство эштәре буйынса урынбаҫар йөгөн тартҡан Әнисә Ноғманованы билдәләп үтер инем.Шулай уҡ былтырғы уҡыу йылынан башлап Алеся Фәйзрахманова директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһында бик әүҙем эшләй.
– Күп йылдар дауамында колледжда эшләүсе уҡытыусылар күпме?
– Фәнил Сабитов, Йәмилә Ишдәүләтова һәм Лилиә Абдулова быны инде күп йылдар колледж тормошонда ҡайнап йәшәй, дәртләнеп эшләй. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Ирек Мәсәғүтовҡа рәхмәтлебеҙ. Үткән йылдың 2 октябрендә, Урта һөнәри белем биреү көнөндә, Өфөгә кәңәшмәгә барҙыҡ. Шул ваҡытта Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 68 колледждан 13 ветеранды Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Улар араһында Ирек Сәмиғулла улы ла бар. Сикһеҙ ғорурланабыҙ!
–Дөйөм ятаҡта барыһына ла урын етәме?
–Ятаҡ 108 урынға иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә унда 67 студент йәшәй. Егеттәргә һәм ҡыҙҙарға уңайлы йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: душ, аш-һыу бүлмәһе, аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн һыуытҡыс бар. Ятаҡ коменданты Алсиә Ноғоманова һәм тәрбиәсе Эльвира Ғәҙелбаева ятаҡта тәртип булһын өсөн тырышып эшләйҙәр.
–Студенттар буш ваҡыттарында нимә менән мәшғүл? Һеҙҙә түңәрәктәр эшләйме?
–Физик тәрбиә буйынса етәксе Руслан Хөсәйенов волейбол, баскетбол буйынса секциялар алып бара. Уҡыусылар, айырыуса егеттәр унда ҙур теләк менән шөғөлләнә.Шулай уҡ ятаҡта ла төрлө түңәрәктәр эшләп килә.
–Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән студенттарға ниндәй дәртләндереү саралары ҡаралған?
–“Өс”һөҙ уҡығандар юғары стипендия ала. Шулай уҡ улар һәм колледждың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар беҙҙең базала урынлышҡан автомәктәптә ярты хаҡҡа уҡып сығыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, унда мастер-механик Венер Исхаҡов етәкселегендә ҙур тәжрибәһе булған инструкторҙар: Илнур Әхмәтйәнов, Ижад Ҡансурин, Ғаяз Дәүләтшин һәм Урал Фәйзуллин эшләй.
–Уҡыусылар алған белемдәрен нисек нығыта? Хеҙмәт практикаһы үтәләрме?
–Әлбиттә. Ейәнсура район ҡулланыусылар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Ашнаҡсы-кондитерға уҡыусы ҡыҙҙар кафела практика үтәләр,ә егеттәр иһә белемдәрен төрлө крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында нығыта. Етәкселәр үҙҙәре үк студенттарҙы саҡырып торалар, уҡыуҙарын тамамлағас эш урыны менән дә тәьмин иткәндәре бар.
–Колледждың үҙенең дә ауыл хужалығы баҫыуҙары бар буғай?
–Эйе. Төрлө культуралар үҫтерәбеҙ, үҙебеҙҙең бөтә кәрәкле техникабыҙ бар. Баҫыу эштәрендә хеҙмәткәрҙәргә студенттар бик ҙур ярҙам күрһәтә. Эшләгәндәре үҙҙәренә файҙаға ғына. Ә уңышты ауыл хужалығы йәрминкәһендә, шулай уҡ йыл әйләнәһенә урындағы халыҡҡа һатабыҙ. Бик яҡшы алалар, артып ҡалғаны юҡ.
–Туҡланыуға килгәндә...
– Колледж ашханаһында оҙаҡ йылдар Лариса Ҡаһарманова эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән булғандар бушлай төшкө аш ашай алалар. Ә ҡалған студенттар махсус талон ярҙамында туҡлана, хаҡы ҡиммәт түгел.
–Ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?
–Йәшерен-батырыны юҡ: колледж да, дөйөм ятаҡ бинаһы ла ремонтҡа мохтаж. Электр сымдарын, йылытыу системаһын, тәҙрәләрҙе күптән алыштырырға ваҡыт. Был эштәр тиҙ арала башҡарылыр тип өмөт итәбеҙ.
– Һеҙҙе һәм һеҙ етәкләгән коллективты етеп килгән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, Гөлназ Ғәйнулла ҡыҙы! Барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар, юғары үрҙәр теләйбеҙ. Файҙалы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Айнә Иманғолова әңгәмәләште.
Автор фотоһы.