Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Сентябрь , 14:47

Сауаплы, мәрхәмәтле һөнәр ул тәрбиәсе

.

Сауаплы, мәрхәмәтле һөнәр ул тәрбиәсе
Сауаплы, мәрхәмәтле һөнәр ул тәрбиәсе

Кеше үҙенең иң-иң ҡәҙерлеһен – балаһын ышанып тапшыра уға. Иң сауаплы, мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе ул – тәрбиәсе.

– 2014 йылдан, тәрбиәсе булып эшләй башлағандан алып, миңә башҡорт төркөмдәрен ышанып тапшыралар. Быйыл бына “Ҡурай” мәктәпкәсә белем биреү төркөмөн ҡабул итеп алдым, – тип һөйләй “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ҡорбанаева.

1999 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлап,  башҡорт теле һәм рус теле белгесе дипломына эйә булған ҡыҙ Ҡарғалы мәктәбенә эшкә килә. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше – Финаристы  осрата, йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Балалар һаны кәмеп, мәктәп ябылғас, Ләйсән Расиҡ ҡыҙы эшһеҙ ҡала. Тыуған ауылы Үтәғолға рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы талап ителгәс, ул бында бер йыл уҡытып ала, унан ғаиләһе менән Иҫәнғолға күсәләр. Ләйсән Расиҡ ҡыҙы балалар баҡсаһына эшкә инә, ғаилә башлығы вахта менән эшкә йөрөй башлай. Ҡорбанаевтар өс бала тәрбәләп үҫтергән, улдары Мирас Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлап, Ульяновскиҙа хеҙмәт итә, лейтенант. Мирсал Өфө статистика информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын тамамлап, атаһы менән эшләй. Ике малайҙан һуң көтөп кенә алған Наҙгөлдәре – Өфө медицина колледжының икенсе курс студенткаһы.

– Мин эш эҙләгәндә, тел буйынса белгестәр етерлек ине, урын булманы. Шуға балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып килдем. Хәҙер был эштең бар нескәлектәрен белеп бөттөм инде, киткем дә килмәй. Унан бигерәк кескәйҙәр менән эшләү оҡшай, – Ләйсән Ҡорбанаева һәр баланың күңеленә асҡыс таба белә. Балалар беренсе көндән үк уның иғтибарын тоя, ыңғай мөхит һәм уңайлы шарттар булдырылған төркөмгә рәхәтләнеп йөрөй.

Тәжрибәле тәрбиәсе 2018 йылда – логопед, ә былтыр тәрбиәселеккә уҡып, диплом алған. Уға оҡшап тәрбиәләнеүселәре лә шәп, Ләйсән Расиҡ ҡыҙы менән район, республика кимәлендәге конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар. Быға тиклем өлкән төркөмдәрҙә шашка, бәйләм түңәрәктәрен алып барған, “Ҡурай”ҙар менән шулай уҡ шашка һәм яңы йүнәлеш – инженер кворумы түңәрәктәрен ойошторорға ниәтләй.

– Тәрбиәсе балалар менән уртаҡ тел таба алырға, уларҙы аңлай белергә тейеш. Иң мөһиме  – балаларҙың һине үҙ итеүе. Әгәр ҙә улар һине ҡабул итмәй икән, тимәк, балалар баҡсаһында эшләү мөмкин түгел. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрһәм, ата-әсәләрҙең рәхмәттәрен ишетһәм, был минең өсөн ҙур ҡыуаныс! – ти Ләйсән Расиҡ ҡыҙы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: