Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы ҡасандыр үҙе тәү тапҡыр уҡырға килгән, яҡшы уҡып 11-се класты тамамлаған мәктәптә эшләүе менән икеләтә бәхетле. Уҡытыу эштәренән тыш ул күп йылдар дауамында бейеү түңәрәге алып барған. “Изюминки” бейеү ансамблендә бейегән ҡыҙҙарҙың бер нисәүе бөгөнгө көндә – күп йыллыҡ тәжрибәләре булған профессиональ бейеүселәр.Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған “Шатлыҡ” бейеү ансамбле лә уңышлы, емешле эшләп килә.Башҡаларҙы өйрәтеп кенә ҡалмай, үҙе лә бейеүһеҙ йәшәй алмай Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы. Район кимәлендә үткән күп бейеү конкурстары еңеүсеһе ул.
Шәп кеше бөтә яҡлап тә шәп була, тигән һүҙ тап Әлфиә Мусина тураһында әйтелгән кеүек. Ҡасандыр физкультура йүнәлешендә белем алыуы, шулай уҡ спорт һөйөүе уға мәктәптә урта кластар өсөн волейбол, баскетбол секциялары үткәрергә лә ярҙам итә. Күп йылдар дауамында ул уҡыусыларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй, үҙе коллективтың волейбол командаһында уйнай.
– Минең күп яҡлы шәхес булып формалашыуымда уҡытыусым Зәки Шәрифулла улы Иманғоловтың өлөшө ҙур, тип иҫәпләйем. Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәнен ул беҙгә бик яҡшы өйрәтте. Үҙеңде яҡлау, кешегә беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен беҙ бик яҡшы өйрәндек. Шул йылдарҙа беҙ район буйынса күп конкурстарҙа һәр ваҡыт алдынғы булдыҡ. Мин ул ваҡытта өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе бөгөнгө көндә лә ҡулланам, – ти Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы.
Бар яҡлап та килгән уҡытыусы 2020 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеү яулап, Ейәнсура данын республика кимәлендә яҡлаған. Юғары категорияға эйә уҡытыусы мәктәптә эшләү дәүерендә бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Әйтеп үтергә кәрәк, Әлфиә Мусина – уҡытыусылар династияһынан. Ҡартатаһы Ғәйзи Ғилметдин улы Миңлебаев ғүмере буйына тарих фәнен уҡытһа, әсәһе Гөлшат Ғәйзи ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән.
Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы – уңған, әрһеҙ хужабикә, яғымлы, күп балалы әсәй ҙә. Тормош юлдашы Илшат Риф улы крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй, ауыл хужалығы менән булыша. Ул һәр ваҡыт ҡатынының ярҙамына ышана ала, сөнки Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы буш ваҡытында һәр саҡ иптәшенә ярҙамға килергә әҙер.
Мусиндарҙың татыу ғаиләһе өс балаға ғүмер биргән. Ҙур улдары Руслан Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, табип-токсиколог булып эшләй. Кәләше, Яңы Себенле ауылы ҡыҙы Динара – табип-педиатр. Икенсе балалары – ҡыҙҙары Розалия ла медицина юлын һайлап, бөгөнгө көндә беренсе курста белем ала, буласаҡ педиатр ул. Бәләкәй балалары Арслан Ишемғол мәктәбенең 11-се класында уҡый.
– Мин мәҙәниәт йортонда ла, балалар баҡсаһында ла эшләп ҡараным. Әммә уҡытыусы эше үҙенә тартып тик тора. Күрәһең, булмышым шулдыр. Быға тиклем биш тапҡыр дүртенсе класс сығарҙым. Бөгөнгө уҡыусыларым – өсөнсө класс. Шул тиклем һәләтлеләр, аҡыллылар бит әле! Нисек итеп үҙ эшеңде яратмайһың инде? – ти Әлфиә Мусина.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.