Бөтә яңылыҡтар

Төрлө яҡлап белемле

Уҡытыусы балаларға белем биреү менән бер рәттән, яҡшы ойоштороусы, психолог та булырға тейеш. Ошо һәләттәрҙе үҙендә туплай алған шәхес кенә белем биреү өлкәһендә күп йылдар эшләй алалыр. Арсен мәктәбендә эшләүсе Наилә Иҫәнсурина бына инде 40 йыл уҡытыусы эшенә тоғро ҡала.

Төрлө яҡлап белемле
Төрлө яҡлап белемле

Абзан мәктәбен тамамлағас, Наилә Ғилметдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетында уҡып, ҡулына диплом ала. Башта Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Городки ауылында, унан һуң тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1986 йылда яҙмыш елдәре уны Арсен мәктәбенә алып килә. Бында эшләү дәүерендә Наилә Ғилметдин ҡыҙы,немец, инглиз телдәренән башҡа, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, донъя художестволы мәҙәниәте фәндәрен уҡыта. Ул күп йылдар дауамында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары ла була. Лев Лазаревич Егоров менән берлектә улар иң шаян уҡыусыларҙан команда төҙөп, район КВН ярышында бер нисә йыл рәттән еңеү яулап, республика кимәленә сығалар.

Наилә Иҫәнсурина – бер урында тапанмаған алдынғы ҡарашлы, үҙен төрлө яҡлап үҫтергән шәхес. 2008 һәм 2010 йылдарҙа “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында үҙ көсөн һынап ҡарап, уңышлы сығыш яһаған. Шулай уҡ уҡыусылары менән фәнни эҙләнеү-тикшеренеү эштәре әҙерләп, күп төрлө республика конкурстарында юғары уңыштарға өлгәшкәндәр.

Наилә Ғилметдин ҡыҙы бөгөнгө көндә мәктәптә китапханасы булып та эшләй.

– Хәҙерге балалар китап уҡымайҙар тиерлек, шуға күрә телдәре лә ярлы. Ата-әсәләр был турала уйланһын ине. Китап уҡыған кеше аҡыллы була, бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай ул, – тип борсолоуын белдерә үҙе китап уҡырға яратҡан китапханасы.

Наилә Ғилметдин ҡыҙы тормош иптәше Илдар Фәнил улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Илнур БДУ-ның Физика-математика факультетын тамамлап, Өфөлә “Газпром” йәмғиәтендә программист булып эшләй. Ҡыҙҙары Гөлнара Өфө авиация-техник университетын тамамлап, Себерҙә йәшәй, “Лукойл” компанияһында эшләй. Икеһе лә ғаиләле, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдар Фәнил улы алты йыл элек ҡаты ауырыуҙан вафат булған.

Наилә апай бәйләм менән мауыға, гөрләтеп баҡса, сәскәләр үҫтерә. Сәйәсәт, республикала, илдә, донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, үҫешеүҙән туҡтамай. Ысын уҡытыусы тап шундай, төрлө яҡлап белемле булырға тейеш тә.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: