Яҡындары ил һағына баҫҡан балалар өсөн смена 26 октябрҙә асылғайны. Унда республиканың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан 50 малай һәм ҡыҙ ял итте. Кемдәрҙер бығаса булһа, күптәре “Ал елкән”дә тәүге тапҡыр.
Балаларҙың ялы күңелле үтһен өсөн лагерь директоры Байрас Ҡансурин етәкселегендә өлкән әйҙәүсе Әнисә Ҡансурина, музыка етәксеһе Данир Ғүмәров, әйҙәүселәр бар күңелен һалып эшләне. Ашнаҡсылар Айгөл Шәрифйәнова менән Фәүзәнә Сәлихова балаларҙы тәмле аштар менән һыйлаһа, Лариса Илбаева бүлмәләрҙең таҙалығын һәм тәртиптә булыуынхәстәрләне.
Сменала ял итеүселәр өсөн бай программа әҙерләнгән. Балалар “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!”, “Мисс һәм мистер” кеүек бәйгеләрҙә ҙур теләк менән ҡатнашҡан, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән осрашыуҙа ла ихлас аралашҡан. Райондың Тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы директоры Миҙхәт Аҫылбаев үткәргән шашка турнирында ҡатнашып, үҙ көсөн һынаусылар күп балған.
Атай-әсәйҙәре махсус хәрби операцияла булған балалар өсөн ойошторолған ял уларҙың яҡындарын һағыныу тойғоһон бер аҙ баҫҡандыр моғайын. Был смена ҡыҙҙар-малайҙарҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ бала саҡ хәтирәһе булып һаҡланыр.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.
Элина Таһирова, 12 йәш, Йылайыр районы:
– Сибайҙа йәшәй инек. Әсәйем Екатерина Владимировна шәфҡәт туташы булараҡ махсус хәрби операцияға юлланғас, мин өләсәйем, ҡартайым менән йәшәй башланым. Быға тиклем Ейәнсураға туғандарыма килгәнем бар ине. Был лагерҙа тәүгә ял итәм. Бик оҡшай, яңы дуҫтар таптым. Быға тиклем бейеү менән шөғөлләнеүемдең файҙаһы тейҙе: Валентин тигән егет менән вальс бейенек. Әйткәндәй, беҙ уны үҙебеҙ өйрәндек.
Далер Ҡужәхмәтов, 15 йәш, Иҙелбәк ауылы:
– Атайым яңыраҡ ил һаҡларға йүнәлде. Уның өсөн бик борсолам. Әсәйемә ауыр булмаһын өсөн тыштағы барлыҡ ирҙәр эшен эшләргә тырышам. “Ал елкән”дә мин беренсе тапҡыр. Яҡшы һәм тәмле ашаталар, яңы дуҫтар таптым – барыһы ла яҡшы. Тағы ла килермен тип уйлайым.
Айгүзәл Насирова, 12 йәш, Баймаҡ районы:
– Әсәйемде, ике генә йәшлек ҡустымды һағынып, бер аҙ күңелһеҙләнеп алһам да, миңә бында ял итеү бик оҡшай. Шишәмбе көн үткәрелгән бәйгелә “Далан” бейеүен башҡарып, 2-се урын алдым, бик ҡыуандым.
Самир Ғатауллин, 12 йәш, Хәйбулла районы:
– Беҙ ғаиләбеҙ менән Брянск өлкәһендә йәшәй инек. Һуғыш башланғас, атайым хәрби булараҡ, шунда уҡ хәрби операция урынына ебәреләсәген белде. Ул беҙҙе Аҡъярға күсереп алып ҡайтты. Атайым пенсияға сыҡты инде, ул хәҙер өйҙә. Лагерҙа көн һайын үткән дискотека, тәмле аштар оҡшай.
Алтынай Хәйбуллина, 10 йәш, Үрге Муйнаҡ ауылы:
– Быға тиклем Хәйбулла районындағы “Аҡсарлаҡ” лагерында ял иткәндә унда бөтөнләй телефон тотмағас, әсәйемә лә шылтырата алманым. Ныҡ ҡыйын булды. “Ал елкән”дә мин өсөнсө тапҡыр ял итәм. Бында рәхәт. Яңыраҡ атайым ялға ҡайтып китте. Миңә ноутбук һәм ҙур йомшаҡ уйынсыҡ бүләк итте. Бик ҡыуандым.