Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
14 Декабрь , 09:30

«Илем, ерем, телем…»

Район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә арналған сара үтте.

«Илем, ерем, телем…»
«Илем, ерем, телем…»

Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы район башҡорттары ҡоролтайы һәм “Ейәнсура таңдары” гәзите менән берлектә Иҫәнғол балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса бәйге ойошторҙо. “Илем, ерем, телем” тип аталған сарала 3 йәштән алып 6 йәшкәсә барлығы 19 кескәй ҡатнашты.

Ҡыҙҙар-малайҙарҙың күбеһе башҡорт милли кейемендә булыуы һоҡландырҙы. Ә сығыш яһаусылар араһындатөрлө милләт вәкилдәре булыуы һоҡланыу уятты.

Һәр бала баһалаусылар алдында йәрәбәгә ярашлы сығыш яһаны. Ә уларҙы әҙерләгән тәрбиәселәр янып-көйөп торҙо. Берәүҙәр дүрт юллыҡты шартлатып һөйләп ҡуйһа, икенселәр оҙон шиғыр ятланы. Кемдер ҡаушап та ҡуйҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, бәйге бик етди барҙы. Урындарҙы билдәләү еңелдән булманы.

Аҡһаҡал, райондың почетлы гражданы Марат Түләбаев, музей хеҙмәткәре Ирина Аслаева һәм ошо юлдар авторы еңеүселәрҙе асыҡлағанда бәхәсләшеп тә китте. Ысынлап та, төрлө йәштәге балаларҙы бер тигеҙ ҡарау бөтөнләй мөмкин түгел ине. Шулай итеп, урындар 4, 5 һәм 6 йәшлек кескәйҙәр араһында билдәләнде. Тиҫтерҙәре араһында Әҙилә Оморҙаҡова, Дилбәр Мортазина (“Аленушка” балалар баҡсаһы) һәм Морат Тойғонов (“Тирмәкәй”) – беренсе; Азалия Аҡбутина (“Йәйғор”, Таҙлар), Рәсилә Дәүләтшина (“Аленушка”) һәм Камила Алтынсурина (“Йәйғор”, Таҙлар) – икенсе; Әмирә Мәсәғүтова, Риаз Сәфәрғәлин (“Аленушка” ) һәм Эмиля Атнағолова (“Ҡояшҡай”) өсөнсө урын яуланы.

Еңеүселәр, шулай уҡ һәр ҡатнашыусы иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Музей хакимиәте дипломдар, грамоталар, миҙалдар тапшырҙы. Балалар баҡсалары иһә “Ейәнсура таңдары” гәзитенең һәм Марат Түләбаевтың махсус приздары менән бүләкләнде.

Ә. Мәхмүтова.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: