Бөтә яңылыҡтар
10

“Студент тормошо оҡшай”

Ейәнсуранан Өфөлә уҡып йөрөүсе әүҙем егет-ҡыҙҙарыбыҙ менән беҙ хаҡлы ғорурланабыҙ. Сөнки улар күңелле студент йылдарын китап ҡосаҡлап ҡына үткәрмәй: уҡыуҙан тыш файҙалы шөғөлдәре бихисап.

“Уҡыу ауыр булһа ла, студент тормошо оҡшай”
“Уҡыу ауыр булһа ла, студент тормошо оҡшай”

Мөхәмәтйән ауылы егете Фәнүр Илбаев мәктәптә уҡығанда уҡ волейбол менән мауыға. 6-сы класта уҡығанында ул Абзан мәктәбенең йыйылма командаһында уйнай, район кимәлендә мәктәп данын яҡлап йөрөй. Уҡыуҙа ла һынатмай ул: төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнаша. Мәктәпте тамамлап, һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, ул Өфө авиация-техник университетына (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡырға инергә ҡарар итә. Бөгөнгө көндә Фәнүр авиация двигателдәре факультетының 5-се курс студенты.

– Мин машина, мотоцикл, трактор булһынмы – рулдә йөрөргә яратам. Шуға ла һөнәр һайлағанда техникаға яҡын булыуымды иҫәптә тотоп, шул факультетты һайланым, – ти ул. – Авиация двигателдәре – ҡатмарлы механизм. Беҙ уларҙы өйрәнеп, һүтеп-йыйып ҡына ҡалмай, уларҙы яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә, тәҡдимдәр индерергә лә тейешбеҙ.

Уҡыу ауыр булһа ла студент тормошо егеткә бик оҡшай. Тырышып белем ала, төрлө сараларҙа ҡатнаша, яңы кешеләр менән таныша. Гел генә уҡыу менән булмайым, тип, студент йылдарын төрлө ваҡиғалар менән байытырға, ваҡытын бушҡа үткәрмәҫкә тырыша.

Волейбол менән бөгөн дә бик дуҫ. Яратҡан спорт төрө менән кистәрен “Башҡорт спорт лигаһы” ойошмаһы спорт залында шөғөлләнә. “Регионспорт” ойошмаһы үткәргән ярыштарҙа башлыса Ейәнсура егеттәренән торған “Аманат” командаһы менән ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәләр.

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем егет район йәштәре йыйылып, ниндәй сара үткәрһә лә, ваҡиға уртаһында ҡайнай. Йыл һайын баш ҡалала үткән яҡташтар осрашыуынан да ситтә ҡалмай. Был сарала ойошторолған волейбол ярышы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Бер йылдан ул ҡулына диплом аласаҡ һәм Рәсәй армияһы менән өс йылға контракт төҙөйәсәк. Тырышлығың, әрһеҙлегең һиңә хеҙмәт иткәндә ҙур ярҙам булһын, Фәнүр!

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: