Бөтә яңылыҡтар
10

Атаһының теләген үтәүе менән бәхетле

Ейәнсура ҡыҙы Ҡытайҙа тел өйрәнеп ҡайтҡан.

Атаһының теләген үтәүе менән бәхетле
Атаһының теләген үтәүе менән бәхетле

Өмбәт ҡыҙы Гүзәл Искәнйәрова бала саҡтан бөйөк  аҡыл эйәһе Конфуций илен күрергә, телен белергә теләй. Уның Һөйләшеүселәр һаны буйынса донъяла иң таралған ҡытай телен өйрәнеүен атаһы ла бик теләгән. “Ҡытайҙар шул тиклем һәйбәт халыҡ, егәрлеләр”, – тиер булған. Ҡыҙында ла уларҙың мәҙәниәтенә, философияһына ҡыҙыҡһыныу уята.

Ә үҙенең хыялын, атаһының теләген тормошҡа ашырыуға Гүзәлгә туған теленә булған һөйөү булышлыҡ итә. М.Бураҡаева исемендәге гимназия-интернатында башҡорт телен яратып уҡый, дәрескә барыуҙы байрам кеүек күрә. Хикәйәләр яҙа, улар “Аманат” журналында баҫылып сыға.

–  9-10-сы кластарҙа төбәк-ара олимпиадала ҡатнаштым. Тик уңыш йылмаймағас, күңелем төштө, башҡа ҡатнашмаҫмын тигәйнем. Уҡытыусым Клара Мырҙағәле ҡыҙы өгөтләп, йәнә ҡатнашырға күндерҙе. Ныҡлап әҙерләндек, призёр булдым. Шул төбәк-ара олимпиадалағы уңышым һөҙөмтәһендә БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына индем, – ти Гүзәл ышанысы өсөн уҡытыусыһына рәхмәтле булып.

Студент булғас, ҡытай теле менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, тәүге курстарҙа өҫтәмә шөғөлләнеп, был фәндән белемен арттыра.  Теләге булған яйын эҙләр, Гүзәл ятаҡта Ҡытайҙан уҡырға килгән ҡыҙҙар менән йыш аралаша, ҡытай милләтле уҡытыусы уҡытыуы ла файҙаға ғына була. Гүзәл 3-сө курста саҡта документтарын ҡытай университетына бирә. Шулай итеп ярты йыл – сентябрҙән февралгә тиклем Цзянси провинцияһының Наньчан ҡалаһында Көнсығыш Ҡытай университеты Цзяотунда белем ала.

– Мине Рәсәйҙән тиһәм, ышанмайҙар ине. Уҡытыусы беренсе дәрестә үк: “Һин – беҙҙеке, беҙгә оҡшағанһың”, – тине. Үҙемдең Башҡортостандан икәнемде әйтеп, республика тураһында һөйләнем. Рәсәйҙән икәнемде белгәс, бар ерҙә лә хөрмәт менән ҡаранылар. Ҡыҙҙар менән бәләкәй генә рестораға барып ашай торғайныҡ. Уның хужабикәһе беҙҙең сит ил ҡыҙҙары икәнде белгәс, килеп: “Әсәйең китаянка түгелме? Бигерәк оҡшағанһың”, – тип һораны.

Гүзәл урындағы мосолмандар – уйғырҙар менән аралашҡан, әхирәттәре менән күп ерҙәрҙе барып күргән. Бигерәк тә Наньчандағы Ҡытай стенаһы имитацияһын оҡшатҡан.

– Һәр ерҙең үҙ матурлығы тиһәң дә, ундағы тәбиғәт беҙҙең Белорет яҡтарына оҡшаған, ҡаялы тауҙар. Климат иһә беҙҙекенән ныҡ айырыла. Декабрҙә ағастар япраҡтарын саҡ-саҡ ҡоя башланы. Ҡар яуа, тик ятмай. Ундағы ҡыш беҙҙең көҙ кеүек. Ә халҡына килгәндә, бигерәк ҡысҡырып һөйләшәләр. Ҡарап торһаң, талашалар кеүек. Кешегә ихластар, алсаҡтар. Әхирәттәр таптым, ярҙам итергә әҙер генә торҙолар! Ә Ҡытайҙан ҡайтып төшкәс, ҡырыҫ йөҙҙәрҙе күреп, күңелгә ҡапыл ҡыйын булып китте, – ти ул.

Ҡытайға барыу теләген хуплап торған атаһына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙының унда уҡығанын күрергә яҙмай. Шуға ла Гүзәл атаһының теләген васыят итеп ҡабул итә һәм уны тормошҡа ашыра алыуы менән бәхетле. Телде өйрәнеү буйынса ярты йыллыҡ курс үтеп ҡайтҡан Ейәнсура ҡыҙы хәҙер ҡытайса иркен һөйләшә. Ә уҡыуын тамамлағас, тәржемәсе, йә репетитор булып эшләргә ниәтләй.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: