Бөтә яңылыҡтар
10

Грантҡа лайыҡ уҡытыусы

Республикабыҙҙа ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға ярҙамы программаһы күптән эшләп килә. Был белгестәрҙең һөнәри һәм ижади үҫешенә яҡшы этәргес. Ошо, ике йылдан артыҡ педагогик стажға һәм бай портфолиоға эйә булған, ауыл ерендә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусыларға тәғәйен грантҡа быйыл райондан өс кеше лайыҡ булды. Уларҙың береһе – Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Рөстәм ҡыҙы Мусина.

Грантҡа лайыҡ уҡытыусы
Грантҡа лайыҡ уҡытыусы

Әбүләйес ҡыҙы мәктәптә уҡығанда математика фәнен яратып  өйрәнә. Шуға ла  БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының физика-математика факультетына уҡырға инә.

– Һөнәр һайлағанда, ҡайҙа уҡыуым түгел, ә уның теүәл һандар менән бәйле булыуы мөһим ине, – ти Ләйсән Рөстәм ҡыҙы.

Бакалавриаттан һуң магистратурала уҡыуын дауам итә, шулай уҡ ваҡытта 12-се лицейҙа эш башлай. "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" төбәк проектының бер өлөшө булған "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса 2022 йылда Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенә эшкә ҡайта һәм әлегәсә ошонда эшләй.

– Һөҙөмтәләрең бар, грантҡа биреп ҡара тигәйнеләр, тәүге йылда үтә алманым. Документтар йыйып өлгөрмәнем. Быйыл бына еңеп, ярҙам алдым, – ти  бер түгел, ике дәүләт ярҙамына эйә булған йәш уҡытыусы. – Эшемде яратам, мәктәп администрацияһы ла ярҙамға килергә әҙер тора. Әле ҙур кластарҙа – физика, 7-се “Б” класында  физика, алгебра һәм геометрия алып барам. Уҡыусылар менән уртаҡ тел табып эшләйем.

Йәш белгес муниципаль белем биреүҙе цифрлаштырыу үҙәген дә етәкләй. Уҡытыусының бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренән арынып, волейбол уйнарға ваҡыт таба, ул район командаһы составында тора.

Республика Башлығы Радий Хәбиров:

“Бөгөн республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, уҡытыусылар етешмәй. Был өлкәлә әүҙем эшләйбеҙ һәм әкренләп вакантлы урындарҙы тултырабыҙ. Шуның өсөн ауыл мәктәптәренең йәш уҡытыусыларына грант биреү буйынса республика конкурсы булдырҙыҡ”.

 

Эльвина Итбаева,  1-се мәктәп директоры:

– Беҙҙең мәктәп уҡытыусыһының Республика Башлығы грантына эйә булыуына бик шатмын. Ижади ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы педагогтар уҡыусыларға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә бирә. Улар ата-әсәләр һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Ошондай гранттар – социаль әһәмиәттәге гражданлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙа мөһим алым.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: