Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Апрель 2025, 16:23

Телебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда

Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү маҡсатында републикала күп эштәр башҡарыла. Бынан өс йыл элек яҙыусы, Салауат Юлаев Ордены кавалеры, яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның юбилейы айҡанлы үткәрелгән "Бураҡаева уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы киң ҡолас алып, йыл да үткәрелә башланы. 27 мартта – ил инәһенең тыуған көнөндә үткән "III Бураҡаева уҡыуҙары" Өфө, Сибай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен, Салауат, Федоровка, Ейәнсура райондарының башҡорт теле уҡытыусыларын, тәрбиәселәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына йыйҙы.

Телебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда
Телебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Башҡорт телен талап ителеүсән, модалы итергә кәрәк. Беҙ ошо йүнәлештәр буйынса системалы эш алып барабыҙ: башҡорт теле фондын булдырҙыҡ, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау программаһын тормошҡа ашырабыҙ, башлыҡ гранттары тапшырабыҙ, халыҡ-ара диктант үткәрәбеҙ, театрға, әҙәбиәткә, киң мәғлүмәт сараларына әүҙем ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау өсөн тап беҙ яуаплы”.

Ҡунаҡтарҙы гимназия фойеһында урынлашҡан бай күргәҙмә ҡаршы алды. Күптән танылыу яулаған оҫта шәлселәребеҙ Ләлә Мозафарова, Гөлсөм Асҡарованың,“Ейәнсура шәле”халыҡ студияһы етәксеһе Регина Юлдашбаеваның,милли кейемдәр, биҙәүестәр оҫтаһы Эльмира Рәмованың ҡул эштәрен,С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең кейеҙ оҫталары тыуҙырған төрлө кейемдәрҙеһоҡланып ҡараны.

Конференцияла ҡатнашыусылар гимназияның музейҙарын ҡараны, түңәрәктәр эше менән танышты. Бер урында балаларҙың музыка ҡоралдарында уйнап йырлауына һоҡланһалар, икенсе урында дәртле баҫып бейеүҙәрен күреп ҡыуандылар. “Урал батыр” мәктәбе түңәрәгендә башланғыс класс уҡыусыларының үлемһеҙ эпосты һөйләгәндәрен тыңлап рухландылар.

Сараны тантаналы асыу ил инәһенең аудиосәләме менән башланды: “Тарихыбыҙ тәрән, файҙалы шәхестәребеҙ ишле, йолаларыбыҙ бай, күңелебеҙ саф беҙҙең. Халҡыбыҙ тарихта ғына тороп ҡалмаһын, рухи байлығыбыҙ йотолмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ һәм эшләйек. Мәшһүр эпосыбыҙҙа Урал батыр яуызлыҡты, үлемде юҡ итергә тип эҙләп сығып китә. Әммә, ул юҡ итергә теләгән үлем физик үлем түгел. Физик үлемде халыҡ тәбиғи ҡанун тип ҡабул иткән. Ул яуызлыҡ рухи йәшәйешебеҙгә ҡаршы үҙе яу асҡан, сөнки халыҡты мәңге тере иткән яҡшылыҡ ул рухи ҡеүәт, ул рухи азатлыҡ. Ә Аҡбуҙатыбыҙ – рухи азатлыҡ символы. Уралыбыҙ аҡбуҙатҡа атланған. Ул үлгәндән һуң, Аҡбуҙат Һомайҙан тыуған Иҙелгә ҡала. Рух ҡеүәте дауам итә. Һомайҙың әсәһе Ҡояш ғүмере теләйек халҡыбыҙға! Яҡшылыҡ булһын атыбыҙ, кеше булһын затыбыҙ!” Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының аһәңле һүҙҙәре залда ултырыусы һәр кемде рухландырҙы, сәмләндерҙе.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:

– Ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, күңелебеҙ моңһоу. Мәҙәни сараларҙы ситкә шылдырып торорға, уларҙа ҡатнашмаҫҡа тырышабыҙ. Әммә, бөгөнгө сара бер нисек тә ситкә күсерелә алмай. Сөнки уның төп маҡсаты – телебеҙҙе һаҡлау, рухты күтәреү, балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү һәм фекер алышыу. Иманым камил – бында килгән һәр кеше бай тәжрибә туплап ҡайтып китәлер. Был изге сараның дауамы булыуы өсөн ҡыуанам. Ғөмүмән, гимназияға килгән һайын улар мине аптыратып ҡайтаралар: һәләтле балаларҙы үҫтерәләр, һәләтһеҙҙәрен һәләтлегә әйләндерәләр бында. Бында уҡыған һәр бала ҙур тормошта юғалып ҡалмаясаҡ. Ошондай балалар үҫеп килгәндә, бөгөнгө сарала ҡатнашыусы рухлы уҡытыусылар булғанда, телебеҙ, һис шикһеҙ, йәшәйәсәк! – тине.

Мәғариф һәм Фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина сығышында “Бураҡаева уҡыуҙары”ның мәртәбәле конференцияларҙың береһе булыуын билдәләне.Ул шулай уҡ М. Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының дүрт йыл рәттән 56 гимназия араһында “Топ-10” исемлегенә инеүен хуплап һөйләне:

– Был сифатлы белем бирелеүен һәм балаларҙың милли рухта тәрбиәләнеүҙәре хаҡында һөйләй. Ә икенсе ҙур күрһәткес – ошо гимназияның Шайморатов класының йәйге һәм ҡышҡы Шайморатов уйындарында тәүге урындар яулауы. Ҡарап торһаң, тыйнаҡ ҡыналар бит әле. Ә ниндәй шәптәр! –Розалия Рәсих ҡыҙы һоҡланыуын йәшермәне.

Гимназия директоры Эльвира Садыҡова ҡунаҡтарҙы сәләмләп, баланың тәбиғи һәләтен асыу, уны илен, телен һөйгән шәхес итеп тәрбиәләү уҡыу йортоноң төп маҡсаты булыуын һөйләне. Эльвира Барый ҡыҙы бында халыҡ ижадына, телгә, моңға һөйөү һалыныуын, гимназияның рухлы, алдынғы, көслө белем йорто булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова сығышында:

– Ҡунаҡсыл Ейәнсура ере инде өсөнсө тапҡыр беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Инде төрлө ерҙәрҙә йөрөп юғала барған өмөттәр бында килһәң яңынан яңыра. Халҡыбыҙҙың киләсәктә ғүмерле буласағына ышаныс уяна. Ниндәй балалар сәхнәлә! Уларҙың йөҙҙәренә, күҙҙәренә ҡараһаң, күренеп тора: улар бәхетле балалар! Сөнки улар – булмыштарына хыянат итмәгән балалар. Ысын башҡорт булып тыуған, гендарындағы башҡортлоҡ рухы уларҙы күтәрә, – тип һоҡланып һөйләне.

Конференцияны асыу тантанаһы гимназияның һәләтле йырсылары, оҫта бейеүселәренең сығыштары менән үрелеп барҙы. Һәр музыкаль номер рухлы, сағыу булды – ҡунаҡтарҙың һоҡланыуының сиге булманы. Улар һәр сығышты көслө алҡыштар, “Афарин!” һүҙҙәре менән оҙатты.

Рәсми өлөштән һуң конференция эше ике секцияла дауам итте. Уларҙың беренсеһе “Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын...” тип аталһа, икенсеһендә“Мәрйәм Бураҡаеваның журналистик эшмәкәрлегенең әһәмиәте” темаһына һөйләшеү булды. Ике секцияла ла төрлө темаларға ундан артыҡ сығыш тыңланды. Һуңынан фекер алышыу булды.

Шулай уҡ конференция сиктәрендә Мәрйәм Бураҡаева әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы үтте һәм ул “Иң ҡиммәтле милли мираҫ – тәрбиә һабаҡтары” тип аталды.

Сараны ябыу тантанаһында башҡорт теле уҡытыусылары һәм тәрбиәселәр араһында үткәрелгән республика конкурсына йомғаҡ яһалды. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге конференцияны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәтенә, гимназия етәкселегенә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ башҡорт телен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүҙәре өсөн бер төркөм уҡытыусылар бүләкләнде.

Конференциянан һәр кем тәжрибә туплап, шул уҡ ваҡытта рухланып, илһамланып ҡайтҡандыр. Был күркәм, кәрәкле сара телебеҙ үҫеүенә, рухыбыҙ көсәйеүенә булышлыҡ итте һәм итәсәк.

Айнә Иманғолова.

Автор фотолары.

 

Наил Юлдашбаев, Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:

“Бураҡаева уҡыуҙары” үткәрелеүе, минең ҡарамаҡҡа, бер нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Беренсеһе –Мәрйәм апайҙың тел һәм тәрбиә тураһындағы тәғлимәттәре, идеяларын өйрәнеүҙе дауам итеү һәм артабан үҫтереү. Әлбиттә, был йүнәлеш конференция барышының умыртҡа һөйәге булғандыр. Ике секция ултырышында ла, китап уҡыусылар конференцияһында ла был күҙгә ярылып ятты. Икенсеһе – әсә телен һаҡлау. Ошоға тиклемнимәләр эшләнде һәм артабан нисегерәк итеп әсә телен уҡытырға, ата-әсәләргә ниндәйерәк юлдар менән аңлатыу эше алып барыу тураһында фекерҙәр уртаға һалып һөйләшелде. Өсөнсөһө – уҡытыусыларҙың үҙ-ара аралашыуы. Кемдәрҙер элекке таныштары менән осрашты, кемдер яңы таныштар тапты. Бындай аралашыуҙар бигерәк тә рәсми булмаған осрашыуҙар ваҡытында булғандыр. Дүртенсеһе – уҡытыусыларҙың гимназия эше менән танышыуы. Уҡыу йорто буйлап экскурсия ойошторолдо, түңәрәктәрҙең эше менән таныштылар, балаларҙың сығыштарын ҡаранылар. Һәр бер уҡытыусы гимназияның эшен өйрәнеп,үҙенә нимәлер алғандыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, бындай конференциялар һәр ваҡыт фәһемле һәм файҙалы. Улар артабан да булырға тейеш”.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас