Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
11 Апрель 2025, 10:47

ӘҘӘБИӘТСЕ ҒАЛИМ

Һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына
Һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына

Һәр башланғысҡа нигеҙ ғаиләлә һалына

Камил Әбделхаҡ улы Янбаев Башҡорт Үргене ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән. Башта ауыл мәктәбен, унан Салауат һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡ уның өҫтөндә булғанлыҡтан, бик теләһә лә, артабан уҡыуын дауам итә алмай.

«Заветы Ильича» колхозында малсылыҡта эшләй. 1957 йылда күрше Буранғол ауылынан Лиза исемле сибәр һәм уңған ҡыҙ менән өйләнешеп, донъя көтә башлайҙар. Бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарында үткән, тол әсәләр ҡулында тәрбиәләнгән йәштәргә үҙ аллы тормош башлау бигүк еңелдән булмай. Икеһенең дә атаһы – сауҙа хеҙмәткәре Әбделхаҡ Янбаев менән ауылдың тәүге уҡытыусыһы Хәсән Биктимеров Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа китеп, 1944 йылда һәләк булалар. Хәрби батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгәндәр.

Лиза Хәсән ҡыҙы ауыл медпунктында йыйыштырыусы, күп йылдар колхозда һауынсы булып эшләй. Хеҙмәт ветераны, «Әсәлек даны» миҙалы һәм ордены менән бүләкләнгән. Камил ағай, колхозға тимерсе һәм иретеп йәбештереүсе талап ителгәс, Мораҡ һөнәрселек училищеһында белем ала. Уны 1977 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тәжрибәле һәм бик тә һәләтле белгескә мотлаҡ юғары белем алырға, училищела мастер-уҡытыусы булып ҡалырға тәҡдим итәләр. Әммә был ваҡытта инде ете бала атаһы булған Камил Әбделхаҡ улы тыуған колхозына ҡайта.Һөнәре буйынса 40 йылға яҡын намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. Дүрт ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биргән был бәхетле парҙың бөгөн 18 ейән-ейәнсәре һәм 25 бүлә-бүләсәре бар.

Үҙенсәлекле осор киләсәген хәл итә

Һүҙем – дүрт улдың береһе тураһында. Илшат Камил улы 1971 йылдың 22 майында тыуған. 1978-1988 йылдарҙа Үрген урта мәктәбендә белем ала, ә 1989 йылда армияға алына. Игеҙәге Илфат менән бергә ике йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, 1991 йылдың көҙөндә, Башҡорт дәүләт университетының әҙерлек курсына бара. 1992 йылдың йәйендә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инеп, уны 1997 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай.

Юғары уҡыу йортонда белем алған йылдары бик үҙенсәлекле, ваҡиғаларға бай осорға тура килә уның. Элек СССР составында булған союздаш һәм автономиялы республикалар, үҙбилдәләнеш юлына төшөп, киләсәк яҙмышын үҙҙәре хәстәрләргә булып китә. Бөтә өлкәләрҙә лә ҙур үҙгәрештәр, халыҡтарҙа милли үҙаңдың уяныу дәүере башлана. Тыйылып торған темалар яңынан ҡалҡып сыға, халыҡта революцияға тиклемге осор тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Үткәндәрҙе өр-яңы күҙлектән баһалаған китаптар, монографиялар, әһәмиәтле мәҡәләләр баҫыла. Милли матбуғат, телевидение, радио үҫешә. Совет осоронда бикле ятҡан архив материалдарын өйрәнеү мөмкинлеге тыуа, бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәре, әҙәби һәм ғилми мираҫтары халыҡҡа ҡайтарыла башлай. Бына ошо мөхит Илшаттың киләсәген билдәләргә ныҡ булышлыҡ итә.

Факультет етәкселеге уға фән юлынан китергә тәҡдим итә. Дипломлы йәш белгес 1997-2000 йылдарҙа университеттың көндөҙгө бүлегендә, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте: башҡорт әҙәбиәте» һөнәре буйынса аспирантурала уҡый. Уҡыу алдынғыһы Илшат Янбаев ике йыл рәттән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендиаты була. 2001 йылда БДУ-ла филология фәндәре докторы, профессор Роберт Байымов етәкселегендә филология фәндәре кандидаты диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Әүҙем ижтимағи һәм тәрбиәүи эш алып бара

Шул айҙан ул үҙе тамамлаған факультеттың башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына ассистент булып эшкә алына. 2002-2007 йылдарҙа өлкән уҡытыусы Илшат Янбаев башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләй, 2010-2013 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара.

Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә доцент И. Янбаев әҙәбиәт, фольклор һәм мәҙәниәт буйынса дәрестәр алып бара, студенттарҙың педагогик практикалары, курс эштәре, сығарылыш квалификация эштәре менән етәкселек итә. Йыл да тиҫтәләгән студенты мәҡәләләр яҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай. Бер нисә студент уның етәкселегендә яҙылған ғилми мәҡәләләр менән Таулы Алтай дәүләт университетында уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын яуланы. Шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетында үткәрелгән «Әсә теле» конкурсында уңышлы сығыш яһап, айырым номинацияларҙа еңеүгә өлгәштеләр.

Илшат Камил улы республиканың мәғарифты үҫтереү институтында белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү курстарында «Башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы», «Башҡорт фольклоры»нан лекциялар уҡый. Бер нисә йыл Дәүләт аттестацияһы комиссияһы рәйесе вазифаһын атҡарҙы.

Ул әҙәбиәт ғилеме, башҡорт әҙәбиәте тарихы, фольклор мәсьәләләре, айырым яҙыусылар ижады буйынса 200 самаһы мәҡәләләр, берәр монография, ғилми-художестволы китап, уҡыу әсбабы авторы, бер дәреслектең авторҙашы. Ул Бөтөн Рәсәй аттестацияһы комиссияһы журналдарында тиҫтәләгән ғилми хеҙмәттәр баҫтырҙы. Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, семинар һәм түңәрәк өҫтөлдәрҙә йыш ҡына доклад менән сығыш яһай, телетапшырыуҙарҙа ҡатнаша.

Доцент И. Янбаев БР Фәндәр академияһы ҡарары менән 2023 йылдың 10 октябрендә әҙәбиәт ғилеме һәм фольклористика буйынса Ғилми советтың ғилми сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Әҙәбиәтсе-ғалим коллектив авторҙар составында Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды, БР Фәндәр академияһы булдырған төрлө дәүләт гранттарына эйә була, уларҙың финанс ярҙамында бер нисә проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Ғилми темалар буйынса махсус йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа байтаҡ мәҡәләләре донъя күрә.

Әҙәбиәтсе ғалим 2007 йылда «Китап» нәшриәтендә «Әбүс. Яҙмалар» исемле китап баҫтырып сығарҙы. И. Янбаев юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы студенттары өсөн дәреслектәр, курс буйынса программалар яҙыуҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, ул БДУ-ла сығарылған «ХХ-XXI быуат башы башҡорт әҙәбиәте» китабының (2017) авторҙашы булды.

Бөгөн ул ХХ быуаттың икенсе яртыһы башҡорт прозаһында боронғо мифологик мотивтарҙың сағылыш үҙенсәлектәрен тикшереү йүнәлешендә эшләй.

И. Янбаев әүҙем ижтимағи һәм тәрбиәүи эш алып бара. Байтаҡ йылдар факультет янында быуатҡа яҡын эшләп килгән студенттарҙың «Шоңҡар» әҙәби-ижади берекмәһе менән етәкселек итте, бер академик төркөмдөң кураторы булып тора. Илшат Камил улы ир-егеттәрҙең хәрби-патриотик клубы кураторы булараҡ та ҙур эшмәкәрлек алып бара.

Байтаҡ йылдар И. Янбаев республика һәм төбәк-ара кимәлдә уҙғарылаған сараларҙа жюри ағзаһы булып тора. Уны йыш ҡына уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү эштәрен, бүтән проекттарҙы баһалау комиссияһы етәксеһе итеп тә саҡыралар, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы үткәргән башҡа сараларға ла ылыҡтыралар. Илшат Камил улының был тәңгәлдәге әүҙем эшмәкәрлеге күп тапҡырҙар БР-ның мәғариф һәм фән министрлығының, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

И. Янбаевҡа Бөтөн Рәсәй аттестация комиссияһы тарафынан доцент аттестаты бирелгән (2013), уның уҡытыу-методик һәм фәнни эшмәкәрлеге байтаҡ рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Ғаиләһенән дә уңған

Илшат Камил улының тормош иптәше лә оҙаҡ йылдар милли мәғарифҡа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе уҡытыусы. Эльвера Ислам ҡыҙы үҙенең шәхси уҡытыу-методик системаһын булдырған тәжрибәле педагог, бына инде 23 йыл Ленин районының 2-се Башҡорт лицейына балаларға белем бирә, туған тел һәм әҙәбиәттәр буйынса методик берекмәне етәкләй. Ул БР Мәғарифты үҫтереү институтында уҡытыусылар өсөн булдырылған курстарҙа, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм башҡа юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ойошторолған сараларҙа оҫталыҡ дәрестәре менән даими сығыш яһай, методик эшкәртмәләр конкурсы кеүек бәйгеләрҙә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр төрлө йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа мәҡәләләр ҙә баҫтыра. Үҙе эшләгән районда бер нисә бәйге еңеүсеһе булды, Өфө ҡалаһы, республика буйынса, төбәк-ара конкурстарҙа етди һөҙөмтәләргә өлгәште.

Юғары категориялы уҡытыусыға байтаҡ рәхмәт хаттары, мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Эльвера Ислам ҡыҙына 2015 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе, ә 2024 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеме бирелде.

Янбаевтар ике бала үҫтереп, уларға лайыҡлы тәрбиә бирҙе. Өлкән ҡыҙҙары Нәркәс башта колледжды, унан Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлап, Өфө дауаханаларының береһендә табип-реаниматолог булып эшләй. Икенсе ҡыҙҙары Эльмира, башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, шулай уҡ медицина университетына уҡырға инә. Хәҙер ул дауалау факультетының 5-се курс студенты, уҡыу алдынғыһы.

Илшат Камил улы киләсәккә аныҡ һәм оло ижади пландар менән йәшәй. Уға артабанғы эшендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Юлай Солтанбаев.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас