Быйыл диктант Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Башҡорт телен иркен белеүселәр өсөн тексты (авторы – яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова) Башҡорт юлдаш телеканалының тура эфирында тележурналист Айнур Кәбиров уҡыны. Телде башлап өйрәнеүселәр өсөн шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Беҙ – һуғыш балалары» китабынан өҙөк тәҡдим ителде. Уны «Томан» ҡушаматлы МХО яугиры Ринат Күлтоманов уҡыны. Төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙылған тексты (авторы – журналист һәм дәүләт эшмәкәре Тәлғәт Сәғитов) Пермь башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәсил Мөхәммәтйәнов уҡыны.
Диктантты барлығы 405472 кеше яҙҙы, шуларҙың 332 920-һе офлайн форматты һайлағайны. Күпселек (167484) башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн тексты яҙған. Акцияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – 18491, ә Төркиә, Таиланд, Үзбәкстан, Белорус, Ҡаҙағстандан, Реньюн утрауы һ.б. сит илдәрҙән 1653 милләттәшебеҙ ҡатнашҡан.
Әлбиттә, был һандар ҡыуандыра. Тимәк, акцияның һәм телебеҙҙең киләсәге бар һәм бик өмөтлө.
Айнә Иманғолова.