Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
29 Апрель 2025, 17:08

Бала саҡ илендә юбилей!

“Ләйсән” балалар баҡсаһы үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Бала саҡ илендә юбилей!
Бала саҡ илендә юбилей!

Бынамын тигән матди-техник база, тәжрибәле тәрбиәселәр, тырыш хеҙмәткәрҙәре – ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн “Ләйсән”дә бөтә шарттар һәм мөмкинлектәр ҙә бар. 10 йыл эсендә 500-ҙән ашыу кескәйгә лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, уҡыусылары сафына оҙатҡан мәктәпкәсә учреждение бөгөн дә гөрләп тора.

Юбилей уңайынан ойошторолған күркәм сараға район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район мәғариф бүлеге, коллегалары, элекке хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләре килде. Улар коллективты ҡотлап, изге эштәрендә уңыштар теләне. Ә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм кескәйҙәр ҡунаҡтарҙы сағыу йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.

“Ләйсән”дә был көндө шатлыҡ һәм сабыйҙарҙың көлөү тауышы хакимлыҡ итте. Һәр ваҡыт шулай булһын һәм алда әллә күпме юбилейҙар көтһөн! 

 

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас