Гимназия уҡытыусылары лайыҡлы баһа алды

Кисә Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Гимназия уҡытыусылары лайыҡлы баһа алдыГимназия уҡытыусылары лайыҡлы баһа алды
Гимназия уҡытыусылары лайыҡлы баһа алды

Уның сиктәрендә БР Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының музыка уҡытыусыһы Фәнүр Тоҡомбәтовты һәм өҫтәлмә белем биреү педагогы Анзур Сырлыбаевты мәғариф системаһында намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Почет Грамотаһы һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.

Гимназияға эш сәфәре менән килгән һәр кемде һәләттәре менән шаҡ ҡатырған рухлы, моңло уҡыусылар тәрбиәләгән Фәнүр Ғайса улын һәм барлыҡ республикаға танылыу алған бынамын тигән спортсылар (Шайморатовсылар ғына ни тора!) әҙерләгән Анзур Хәлим улын лайыҡлы баһа алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә уңыштар һәм һәләтле уҡыусылар менән эшләүҙә көс, яңы идеялар теләйбеҙ. Афарин!

Автор: Айна Имангулова