13 майҙа Өфөлә уҙған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваға “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының методикалары һәм “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән программалары республиканың күп уҡыу йорттары өсөн терәк булды.
Почетлы награданы уның ҡыҙы Зөһрә Бураҡаева алды.
Мәрйәм Бурақаева - Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты.
Ул Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған һәм ошонда урта мәктәптә уҡый. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, Күмертау районының Маяҡ ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Телерадиотапшырыуҙар буйынса комитетта, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы һәм «Совет Башкортостаны» гәзите редакцияларында журналист вазифаһындағы эшен дауам иткән, шулай уҡ республиканың Мәғариф министрлығында милли мәктәптәр бүлеге инспекторы булып эшләй.
1995 йылдан башлап РФ Мәғариф министрлығының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре булып эшләй, 2004 йылдан «Киске Өфө» гәзитендә эшләй. Мәрйәм Бураҡаева - «Һүнмәҫ нурҙар», «Һылыуҡай», «Арғымаҡ», «Тормош хабаҡтары» һәм башҡа китаптарҙың авторы. Уның авторлыҡ программаһы буйынса туған тел һәм мәҙәниәт буйынса «Йәйләү» республика профилле сменаһы уңышлы эшләп килә.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын башҡорт йәмәғәтселеге күптән инде милләт әсәһе һәм ағинәй булараҡ белә һәм хөрмәт итә.