Бөтә яңылыҡтар

Афарин, ҡыҙҙар!

16 майҙа Өфө ҡалаһында "Сыңлай күңелем ҡылдары" республика бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!

Быйыл был конкурс Ватанды Һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 250-гә яҡын һәләтле балалар ҡатнашҡан конкурста Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Элиза Хажиева һәм Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 2-се класы уҡыусыһы Илиза Әбйәлилова финалда еңеп сығып, еңеүсе дипломы һәм приздар менән бүләкләнделәр. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендәге Балаҫ һуғыу түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнәләр. Етәкселәре Ямғурова Әлиә Рәшит ҡыҙы уҡыусыларҙың уңыштарына һөйөнә һәм тағы ла юғары үрҙәр теләй.
Афарин, ҡыҙҙар!

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас