Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
29 Июль 2025, 14:23

“Эшемде яратам”, ти йәш белгес

Үткән уҡыу йылында Таҙлар мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Илмира Әлмөхәмәтова, йәш уҡытыусы булараҡ, грантҡа лайыҡ булды.

“Эшемде яратам”, ти йәш белгес
“Эшемде яратам”, ти йәш белгес

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан йәш ауыл уҡытыусылары өсөн төбәк ярҙамы булдырылды. Был “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бирелгән грантҡа Таҙлар мәктәбендә белем биргән Ильмира Әлмөхәмәтова ла лайыҡ булды – ул 2024 йылда 690 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды.

– Был конкурста үҙемде һынарға директорыбыҙ Әнзинә Ислам ҡыҙы тәҡдим итте, – ти йәш уҡытыусы. – Ярҙам алыуыма бик ҡыуандым! Уның менән бер хыялымды тормошҡа ашырҙым – еңел автомобиль һатып алдым.

Ильмира Әлмөхәмәтованың был һөнәрҙе һайлауы осраҡлы түгел. Әсәһе Филүзә Ҡорбанғәле ҡыҙы ла уҡытыусы булғас, ул был һөнәрҙе бәләкәй генә сағынан яҡшы белеп, үҫкән. Төн йоҡламай дәрес пландары яҙыу, аҙналыҡтар, асыҡ дәрестәр үткәреүгә әҙерләнеү, дәфтәр тикшереү, бихисап китап уҡыу, һәр бер бала менән уртаҡ тел табып, уҡытҡан фәнеңә һөйөү уятып, балаларҙы белем тауына етәкләп мендереү – уҡытыусының бурыстарын ул бик яҡшы аңлай.

Ваҡыт үтә, ваҡыт менән бергә донъя ла, ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Заман нисек кенә алға бармаһын, уҡытыусы һәр ваҡыт иң кәрәкле һәм изге һөнәр булып ҡала. Киләсәкте тәрбиәләүселәргә бөгөн үҙ фәнен төплө белеү генә етмәй, улар балаларҙан бер аҙым алда булырға тейеш. Шуға ла яратҡан һөнәренә мөкиббән Ильмира Рафаил ҡыҙы үҙен үҫтереү, белемен камиллаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй. Ә республика тарафынан бирелгән ярҙам уға тағы ла тырышырға дәрт бирә, ҡанаттар ҡуя.

 

Әнзинә Дүшәнбаева, Таҙлар мәктәбе директоры:

– Мәктәбебеҙҙә йәш уҡытыусылар эшләүе ҡыуандыра. Илмира Рафаил ҡыҙы беҙҙә эшләү осоронда һөнәри оҫталығын күрһәтеп тә өлгөрҙө. Үҙен 2019 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында һынап ҡараны. Ә үткән уҡыу йылында Башҡортостанда ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға ярҙам программаһы буйынса грантҡа  эйә булды. Коллегабыҙ эшенә етди ҡарай, хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары араһында ихтирамлы. Мәктәп тормошонан тыш, ауылда йәмғиәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнаша.

Мәғлүмәт өсөн
Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.

Республика Башлығы Радий Хәбиров:

“Бөгөн республикала, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, уҡытыусылар етешмәй. Был өлкәлә әүҙем эшләйбеҙ һәм әкренләп вакантлы урындарҙы тултырабыҙ. Шуның өсөн ауыл мәктәптәренең йәш уҡытыусыларына грант биреү буйынса республика конкурсы булдырҙыҡ”.

 

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас