Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
6 Август 2025, 16:47

Эшсе кадрҙар бында тәрбиәләнә

Ейәнсура агросәнәғәт колледжы – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе урта һөнәри белем биреү учреждениеларының береһе. Уға 1983 йылда 40-сы ауыл профессиональ-техник училищеһы булараҡ нигеҙ һалына.

Эшсе кадрҙар бында тәрбиәләнә
Эшсе кадрҙар бында тәрбиәләнә

Ошо йылдар эсендә ул бөтәһе 5000-дән ашыу тракторсы, комбайнсы, шофер, малсы, ветеринар фельдшер, йәшелсә-емеш үҫтереүсе, электрик, ашнаҡсы, кондитер, умартасы, иретеп йәбештереүсе, штукатур-маляр, тегенсе, һатыусы кеүек һәм башҡа белгес әҙерләнгән. Уҡыу йортонда бөгөн дә ауыл ере өсөн мөһим һөнәрҙәргә уҡып сығырға була.  

– Беҙҙә 9-сы (уҡыу бер йыл да ун ай) һәм 11-се класс (ун ай) нигеҙендә ауыл хужалығы мастеры һөнәре алырға була. Шулай уҡ туғыҙҙан һуң бер йыл да ун ай эсендә иретеп йәбештереүсе булып сығырға мөмкин. Шулай уҡ 9-сы класс нигеҙендә ашнаҡсыға уҡытабыҙ. Улар инде өс йыл да ун ай уҡыясаҡ. Быйыл ошо өс һөнәргә 125 студент аласаҡбыҙ. Әлегә 50 ғариза ҡабул иттек тә инде. Улар араһында күрше Ырымбур өлкәһенән, Йылайыр районынан да абитуриенттар бар, – тине Гөлназ Ғәйнулла ҡыҙы һәм пландары менән дә уртаҡлашты. – Киләсәктә ҙур ихтыяж менән файҙаланылған электрик һөнәренә уҡытыуға лицензия алырғы уйлайбыҙ.

Колледжда 11 уҡытыусы белем бирә. Ә мастерҙар Венер Исхаҡов – ауыл хужалығы белгеслегенә, Татьяна Минибаева – ашнаҡсыларҙы, Роберт Хәлитов иретеп-йәбештереүселәрҙе һөнәргә өйрәтә. Практиканы студенттар колледждың тәжрибә баҫыуында, йәшәү урыны буйынса фермерҙарҙа, ауыл хужалығы ойошмаларында, “Ал елкән” лагерында һәм башҡа урында үтә. Быйыл 120 гектар ергә һоло, арпа сәскәндәр. Быйыл да уңыш былтырғы һымаҡ һөйөндөрһә, халыҡҡа һатыуҙы ойошторасаҡтар.

Күрше райондарҙан, ауылдарҙан килгән студенттар өсөн  бөтә шарттары булған дөйөм ятаҡ бар. 108 урынға иҫәпләнгән ятаҡханала уҡыу йылында 70-75 студент йәшәй. Аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн төшкө аш ойошторола, ә башҡа студенттар үҙҙәре бешереп ашай. Тәрбиә эштәре буйынса советник Рәсилә Күҙәшева тәрбиәсе Эльвира Ғәҙелбаева менән студенттарға төрлө саралар, шулай уҡ әле яу ҡырында булған элекке студенттар менән осрашыуҙар уҙғаралар. Әйткәндәй, улар агросәнәғәт колледжында көтөп алынған ҡунаҡтар.

Колледжды тамамлап танытма алдың да бөттөң түгел. Һөнәргә эйә булып сыҡҡан студенттарының эшкә урынлашыуын да контролдә тота колледж етәкселеге.

***

Яҡшы уҡыған студенттарға ташламалар ҙа бар: 2-се курста “В” категорияһына уҡыуға – 50 процент ташлама. Стипендия 1-се курста 796 һум, ә артабан – нисек өлгәшеүеңә ҡарап. Махсус хәрби операция яугирҙәренең балалары академстипендия ала, бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә.

Әйткәндәй

Уҙған уҡыу йылында мастер Венер Исхаҡов 3-сө курс студенты Артем Ворожейкин менән “Профессионалдар” конкурсында республикала – беренсе, ә Рәсәй кимәлендә 61 конкурсант араһында 16-сы урынға сыҡты һәм иң яҡшы егерме иҫәбенә инде. Улар “Һөнәри оҫталыҡтары өсөн” миҙалы менән билдәләнде.

Цитата

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

– Колледждарҙы һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Тап шунда республика предприятиеларына кәрәкле эшсе кадрҙар әҙерләйбеҙ.

(оператив кәңәшмәнән).

Илшат Ураҡаев, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт управляющийы:

– Ауыл хужалығында эшселәре етмәй инде ул. Әле ваҡытта беҙҙең ойшмаға механизаторҙар, көтөүселәр талап ителә. Хужалыҡтың киләсәге булһын өсөн бигерәк тә йәш көстәр кәрәк. Быйыл беҙҙә Ейәнсура агросәнәғәт колледждың биш студенты практика үткәйне, ҙур ярҙам булды. Киләсәктә, бәлки, шуларҙың береһе булһа ла, хужалыҡҡа эшкә килер, яҙмышын ер менән бәйләр, тигән өмөттәбеҙ.

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас