Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында мәктәпкәсә учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарҙы арттырырға ҡушҡайны. Ҡоролтайҙың 31 июлдә үткән сираттағы ултырышы ошо темаға арналды. Сөнки балалар баҡсаһына йөрөй башлаған кескәйҙәр йыш ҡына өйҙә һөйләшкән туған телен онота һәм мәктәптә уларға уны яңынан өйрәнергә тура килә.
Ҡоролтайҙың ҡарарҙары Ейәнсура районында уңышлы тормошҡа ашырыла. Иҫәнғол ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында өс башҡорт төркөмө бар. Яңы уҡыу йылында ла тәрбиәселәр Эльзина Мөхәмәтйәнова, Гөлназ Рафикова, Гөлназ Назарова кесе, урта һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары менән эшләүен дауам итәсәк. Төркөмдәрҙә региональ компонент ентекләп өйрәнелә. Дәрестәр башҡорт телендә уҙғарыла.
Өлкән тәрбиәсе Земфира Юлдашбаева әйтеүенсә, сабыйҙы балалар баҡсаһына урынлаштырғанда ниндәй төркөмгә йөрөтөүҙе ата-әсә һайлай. Шул уҡ ваҡытта башҡорт төркөмөндә урыҫ милләтле балалар ҙа йөрөй. Улар ҙа башҡорт телен өйрәнә.
– Төркөмдәрҙә башҡорт телендә планшеттар бар, балалар уларҙа теләп шөғөлләнә. Былтыр өлкән төркөмдәге 35 баланың һәр береһенә мәғариф бүлеге тарафынан башҡортса “Башҡортостан – минең илем” буяу дәфтәрҙәре, “Серле өндәр донъяһында” һәм “Мин башҡортса һөйләшәм” эш дәфтәрҙәре бирелде. Быйыл да булыр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Земфира Әхәт ҡыҙы.
Башҡорт төркөмдәрендә иртәлектәр, фольклор байрамдары туған телдә алып барыла. Балалар рәхәтләнеп йырҙар йырлай, шиғырҙар һөйләй, милли уйындар (“Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Ҡурай”, “Тирмә”) уйнай. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеп сығалар. Был, әлбиттә, тәрбиәселәрҙең ата-әсәләр менән бергә эшләүе һөҙөмтәһе. Ата-әсәләр чатта ла туған телдә аралаша. Шулай булырға тейеш тә, юғиһә, ҡайһы бер ата-әсә үҙҙәре башҡортса һөйләшмәй, ә балалар баҡсаһынан, мәктәптән телде өйрәтеүҙе талап итә.
Ә шулай ҙа, туған телдең яҙмышын кескәйҙәргә балалар баҡсаһында ғына тәрбиәләп, хәл итеп булмайҙыр. Һәр ғаилә балаһы менән башҡортса һөйләшһен: өйҙә лә, урамда ла, уятҡанда ла, йоҡларға һалғанда ла, уйнағанда ла, хатта нимәнелер тыйғанда ла.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙ үҙебеҙҙең ерҙә яуаплы хужа булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Балаларыбыҙ, артабанғы быуындар өсөн Башҡортостанды һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, ата-бабаларыбыҙ беҙгә тапшырған нәмәләргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү кәрәк.