Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
15 Сентябрь 2025, 15:29

Аш тәмле, ә уҡыусы ҡәнәғәт

Баланың бирелгән белемде яҡшы үҙләштереүе, хәтерҙә ҡалдырыуы, ғөмүмән, уҡыу процесы уңышлы барһын өсөн уның һәйбәт туҡланыуы кәрәк. Ата-әсәләрҙең мәктәп туҡланыу буйынса фекерҙәрен йыш ишетергә тура килә. Ҡайһы бер балалар: “Мин бөгөн ашарға төшмәнем. Оҡшамай миңә ундай аҙыҡ! Исмаһам, айына бер булһа ла бургер йәки картошка фри бирһәләрсе!” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, барыбер ашхана ризығын оҡшатыусылар күберәк икән.

Аш тәмле, ә уҡыусы ҡәнәғәт
Аш тәмле, ә уҡыусы ҡәнәғәт
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Беҙгә әле мәктәп туҡланыуы өҫтөндә күп эшләргә тура киләсәк. Беҙ ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген күрәбеҙ — беҙҙе артабан тағы ла яңыртыуҙар көтә. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта күп эштәр башҡарылды, ике йыл рәттән илдә иң яҡшыһы булыуыбыҙ юҡҡа түгел

Был, әлбиттә, һуңғы йылдарҙа булған үҙгәрештәр менән бәйле – республикала туҡланыу системаһы бер ҡасан да булмағанса яңылыҡ кисерҙе. Хәҙер уҡыусылар үҙәкләштерелгән меню буйынса туҡлана. Уны төҙөгәндә район мәғариф бүлеге технологы аш-һыуҙың калория кимәлен, баланың йәшен күҙ уңында тота. Ә мәктәп ашханаларында ҡағиҙәләрҙең үтәлешен, аш-һыуҙың барлыҡ нормаларға тап килеүен тейешле органдар ғына түгел, ә даими рәүештә үткәрелгән аҙналыҡ сиктәрендә ата-әсәләр комитеты ағзалары ла тикшерә, баһалай. Әйткәндәй, тап улар аҙаҡҡы осор туҡланыуҙың, аҙыҡ-түлектең сифаты яҡшырыуын билдәләй.

Башҡорт Үргене мәктәбе директоры Нурзилә Ноғманова билдәләүенсә, меню бик бай, ә балалар, әлбиттә, ҡәнәғәт. Белем усағында туҡланыу буйынса яуаплы хеҙмәткәр Фаягөл Аҙнабаева ашатыуҙың санпинға тура килеүен, шулай уҡ көн һайын махсус сайтта фотолар ярҙамында отчет бирелеүе хаҡында һөйләй. Инде 30 йылдан артыҡ хужалыҡ эштәре буйынса мөдир вазифаһын тартҡан Басир Аҡъюлов та тәьмин итеүгә яуаплы булған райпо алып килгән аҙыҡ-түлек һәр ваҡыт сифатлы, талаптарға яуап бирерлек.

Башланғыс кластарҙа уҡыусылар – бушлай,ә 5-11-се кластар иһә түләп ашай. Иғәнә көнөнә 70 һум тәшкил итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, йә күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән булған, шулай уҡ МХО яугире балалары көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡлана. Өйҙә уҡытылған бер уҡыусыға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы – төрлө ярмалар, май-шәкәр, емештәр бирелә.

Аш-һыуҙың телде йоторлоҡ булыуы бай менюнан, сифатлы аҙыҡ-түлектән генә тормай. Был – ашнаҡсыларҙың тырышлығы, барлыҡ күңелдәрен һалып эшләүе һөҙөмтәһе. Үрген мәктәбенең өлкән ашнаҡсыһы Земфира Аҙнабаева һәм уның ярҙамсыһы Лилия Карагяурҙың эше менән ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт.

Айнә Иманғолова.

Автор фотоһы.

Фекерҙәр

Ләйсән Ейәнбирҙина, әсәй:

– Улым 9-сы класта уҡый, бер тапҡыр ҙа насар ашаталар, тип зарланғаны булманы. Үҙем дә ата-әсәләр комитеты составында барып, ризыҡтарҙы ауыҙ иткәнем бар: бик тәмле! Ашханала шәп ҡыҙҙар эшләй, молодцы!

Милена Ҡунаҡҡужина, 10-сы класс уҡыусыһы:

– Ашханала шул тиклем тәмле ашаталар: мин ашап бөтмәй ҡалдырмайым! Бигерәк тә былау, гуляш менән туҡмас, кәтлитте яратам. Өҫтәтеп ашарға ла мөмкин. Емештәр һәр ваҡыт бешкән була. Йогурт шәкәрһеҙ булһа ла, тәмле. Уны өйгә алып ҡайтып туңдырып туңдырма урынына ашайым. Эсемлектәрҙән сәй, компот, витаминлаштырылған эсемлекте яратам. Киселде яратмайым, әммә иптәштәрем тәмле тип маҡтай.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас