Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
22 Ноябрь 2025, 10:00

Күңел торошон көйләүселәр

Һуңғы йылдарҙа төрлө шәхси проблемаларҙы хәл итеүҙә психолог ярҙамына мөрәжәғәт итеүселәр арта бара. Күңел урын тапмағанда уларҙың роле ғәйәт ҙур. Һәм был өлкәндәргә генә ҡағылмай. Баланың мәктәптә, тормошта килеп тыуған ҡыйынлыҡтары, тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәте һәм башҡа проблемалары педагог-психологтың күң уңында. Ул уҡыусы өсөн ата-әсә һәм класс етәксеһенән ҡала, ә ҡайһы бер осраҡта уларҙан да тәүгерәк урын биләй.

Күңел торошон көйләүселәр
Күңел торошон көйләүселәр

Бөгөн район мәктәптәрендә барлығы 18 педагог-психолог эшләй. Уларҙың эше тураһында беҙ район мәғариф бүлеге педагог-психологы Марина Чернышова менән әңгәмәләштек.

– Марина Викторовна! Иң башта психологтарҙың төп бурыстары хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Белем усаҡтарында педагогик процеста ҡатнашыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыу психологтарҙың төп бурысы булып тора. Бының өсөн улар уҡыусыларҙы мәктәптә үткәрелеүсе төрлө сараларға ылыҡтыра. Шулай уҡ барлыҡ белем алыусыларҙың дәрестәргә йәлеп ителеүен уҡытыусы ғына түгел, психолог та контролдә тоторға бурыслы. Педагогик процестан уҡытыусылар, уҡыусылар һәм шулай уҡ ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалырға тейеш. Шулай уҡ мәктәптә ыңғай микроклимат булыуы мотлаҡ. Буллинг кеүек күңелһеҙ күренештәрҙе булдырмау зарур. Психолог ярҙамына мохтаж һәр кемдең белгескә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булырға тейеш. Һәр психологтың төп бурыстары ошолар.

– Профориентация эше алып барыламы?

– Әлбиттә. Педагог-психологтар 7-се кластан башлап уҡыусының ниндәй һөнәргә ылығыуын билдәләү өсөн тестар эшләтә. Шулай уҡ балаларҙы төрлө һөнәр эйәләре менән таныштырыу, уларҙың эш урындарын күрһәтеү маҡсатында төрлө ойошмаларға экскурсиялар ойошторола. Уларына башлыса бәләкәй кластар йәлеп ителә. Әйтеп үтергә кәрәк, балалар баҡсалары ла бындай экскурсияларға даими йөрөй. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн айырым профориентация саралары үткәрелә. Уларҙы психологтар һәм атай-әсәйҙәре республика сараларына ла йөрөтә.

– Психологтар балалар менән ниндәй саралар үткәрә?

– Улар бик күп һәм төрлө. Мәҫәлән, 17-21 ноябрҙә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә “Психология аҙналығы” бара. Ул Халыҡ-ара психологтар көнөнә арналған. Аҙналыҡ сиктәрендә төрлө тренингтар, класс сәғәттәре, наркомания, тәмәке тартыу, эскелекте булдырмау маҡсатында төрлө акциялар үтә. Улар  сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән. Шулай уҡ, кәрәк булған осраҡта, индивидуаль әңгәмәләр үткәрелә.

– Сығарылыш кластары уҡыусыларының ҡайһы берҙәре берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарынан ҡурҡыусан. Улар менән ниндәй эш алып барыла?

– “Я сдам ЕГЭ”, “Я сдам ОГЭ” тип аталған психологик тренингтар нәҡ шундай уҡыусыларға ярҙамға ашыға ла инде. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй психологик тесты үткәрелә. Уның һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған айырыуса борсолған уҡыусы менән психолог айырым шөғөлләнә.

– Үҙен насар яҡтан күрһәткән, атап әйткәндә “проблемалы” балаларға психологтар күберәк ваҡыт бүләлер?

– Эйе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәктәптәрҙә полицияла иҫәптә торған балалар бар. Һәр балаға индивидуаль эш планы төҙөлә һәм эш уға ярашлы алып барыла. Социаль педагог, педагог-психолог һәм класс етәксеһе бала буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн тырыша. Мәҫәлән, Балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә үткәрелгән төрлө түңәрәктәргә йөрөү тәҡдим ителеүе мөмкин. Шулай уҡ бындай балаларға мәктәптә төрлө бурыстар йөкмәтеү киң таралған. Уларға төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа ыңғай йоғонто яһай. Һәр баланың күңеленә юл табып була – быны барлыҡ психологтар ҙа яҡшы аңлай һәм ошоноң өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләй.

– Балалар психологты нисек ҡабул итә? Ҡыйынлыҡтар булһа мөрәжәғәт итәме?

– Үҫмерҙәр йыш мөрәжәғәт итә. Һәр психологтың көндәлеге бар. Унда мөрәжәғәттәр теркәлеп бара. Мәғлүмәт конфиденциаль, әлбиттә: уҡыусының исем-фамилияһының баш хәрефе генә яҙыла. Мөрәжәғәт итеү сәбәбе, әгәр уның һаулығына, ғүмеренә ҡурҡыныс янамаһа, сер булып ҡала. Әгәр баланың уйҙары суицид менән бәйле икән, был мәғлүмәт өлөшләтә ата-әсәгә еткерелергә тейеш. Баланы контролдә тотоу һәм башҡа төрлө ярҙам буйынса кәңәштәр бирелә.

– Ата-әсәләр психологтарға рәхмәтлеме?

– Беҙгә, әлбиттә, ата-әсәләр ҙә мөрәжәғәт итә һәм ярҙам ала. Күберәк осраҡта рәхмәтле. Әммә “Һәр ваҡыт минең баламды ғына күрәһегеҙ, уға бушҡа бәйләнәһегеҙ!” – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә бар. Улар – полицияла иҫәптә тороусы балаларҙың ата-әсәләре.

– Уҡыусыларҙың ата-әсәләренә ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?

– Иң мөһиме: балағыҙ менән һәр ваҡыт диалогта булығыҙ, аралашығыҙ, уға ваҡыт бүлегеҙ. Аңлайым, ваҡыт еткереүе ауыр, шулай ҙа кискеһен һөйләшеп алырға, хәлдәрен белешергә була бит? Бала яңылыҡтары менән уртаҡлашһын, мәктәптә ниндәй ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеүен һөйләһен. Мәктәптә йыш күҙәтелгән буллинг хаҡында онотмағыҙ. Балағыҙҙың кәйефенә иғтибар итегеҙ, һөйләшегеҙ, уның менән яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ. Һеҙ – балағыҙҙың иң яҡын кешеһе, шуны онотмағыҙ!

– Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Марина Викторовна! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, эшегеҙҙә юғары үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

Айнә Иманғолова әңгәмәләште.

Автор һәм шәхси архив фотолары.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас