Остаз булыу – ул кешеләргә хеҙмәт итеү, кеше тормошонда иң ҡатмарлы һәм мөһим юл

Республикала һөнәри белем биреү системаһын үҫтереүгә комплекслы ҡараш ҡулланыла: матди-техник йыһазландырыу яҡшыра, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн мотивация системаһы формалаша, уҡытыуҙың иң яҡшы практикалары индерелә, сифатлы практика тәьмин ителә. Студенттарға белем биргән уҡытыусылар ҙа үҙҙәрен үҫтереү өҫтөндә актив эшләй, конкурстарҙа ҡатнаша.

Остаз булыу – ул кешеләргә хеҙмәт итеү, кеше тормошонда иң ҡатмарлы һәм мөһим юлОстаз булыу – ул кешеләргә хеҙмәт итеү, кеше тормошонда иң ҡатмарлы һәм мөһим юл
Остаз булыу – ул кешеләргә хеҙмәт итеү, кеше тормошонда иң ҡатмарлы һәм мөһим юл

Ейәнсура агросәнәғәт колледжының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт хәрәкәттәре менән үҙ ара эш итеү буйынса директор кәңәшсеһе Рәсилә Күҙәшева Төмән ҡалаһында үткән Урал һәм Волга буйы федераль округының "Быть, а не казаться" Бөтә Рәсәй остаздар конкурсы ярым финалында ҡатнашты.

Остаздар алты номинация буйынса майҙансыҡтарҙа көс һынашҡан. Рәсилә Минислам ҡыҙы тәжрибәле остаз номинацияһында Шулай уҡ улар спикерзар осрашҡан, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, диалогтарҙа ҡатнашҡан.

– Сарала айырыуса остазлыҡтың тарихи яғы тураһында лекция, Беренсе каналдың «Геройҙар ваҡыты» программаһы алып барыусыһы Артем Шейнин менән асыҡ һөйләшеү, диалог алып барыу һәм ышандырыу сәнғәте буйынса практикум иҫтә ҡалды.

Ауыр булды, әммә бик ҡыҙыҡлы! Бындай проекттар үҙеңде үҫтереү өсөн ҡеүәтле стимул, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Рәсилә Минислам ҡыҙы.

Агросәнәғәт колледжының медиаүҙәген, ирекмәндәр хәрәкәтен, Беренселәр хәрәкәтен ойошмаһын етәкләгән Рәсилә Минислам ҡыҙы конкурсҡа “Үҙебеҙҙең батырҙар” проекты менән ҡатнаша. Күп көс, сығымдар талап иткән проект сиктәрендә махсус операцияла һәләк булған агросәнәғәт колледжының сығарылыусылары тураһында альбом эшләнелә, Батырҙар аллеяһы асыла, һ.б. эштәр башҡарыла. Уға ирекмән-студенттар, әүҙемдәр йәлеп ителә.

Әйткәндәй, йәштәрҙең потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм патриотик тәрбиә биреү механизмдарын камиллаштырыу маҡсатында уҙғарылған конкурс В.Путиндын ҡушыуы буйынса 2024 йылдан алып үткәрелә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: 2026 йылда конкурста ҡатнашыу өсөн бөтә илдән 80 меңдән ашыу кеше заявка биргән. Ярымфиналға иң яҡшы 2 мең кеше генә һайлап алына. Ярымфинал һөҙөмтәләре сентябрҙә билдәле буласаҡ. Финал шулай уҡ сентябрҙә Тула ҡалаһында үтәсәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас