Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Ноябрь 2017, 17:26

КИТТЕ ГАРМУНСЫ ДУҪ...

Уның гармунын бер генә ишеткәндәрҙә лә исеме көй булып сыңлар, моң булып һыҙылыр. Күктәр ҡыуанды, ҡара көҙҙөң шыҡһыҙ көнө лә сыуаҡланды уны ер ҡуйынына һалғанда. Күктәргә лә моң кәрәктер, күрәһең…

Ергә моң илсеһе итеп ебәрелгән ине ул – Юлдашбаев Хөсәин Ғибәт улы. Уның гармунын бер генә ишеткәндәрҙә лә был исем көй булып сыңлар, моң булып һыҙылыр. Китте, ерҙә үҙенең моң илсеһе бурысын үтәп, ерҙәге тормошто матурлап, күңелдәрҙе яҡтыртып йәшәп китте. Күктәр ҡыуанды, ҡара көҙҙөң шыҡһыҙ көнө лә сыуаҡланды уны ер ҡуйынына һалғанда. Күктәргә лә моң кәрәктер, күрәһең…
Саҙалыла бер иҫтәлек йәшәй. 3-4 йәшлек Хөсәин әсәһенән:
– Әсәй, Хәсән олатай гармун тартһа, минең эсем нишләй икән ул? – тип һораған.
Һынсыл Хәмиҙә апай:
– Гармунсы булырһың, балам, – тип юраған.
Һәм булды ул гармунсы! Гармунсының да ниндәйе: уға ҡушылһа, көйһөҙҙәр ҙә йырсы булыр, үшәндәр ҙә ут сәсрәтеп бейер ине. Беҙҙең төбәк мәҙәниәтенән бер өлөшөн умырып алып, упҡынға ташлағандай тойолдо Хөсәин Ғәбит улын юғалтыу.
Бала саҡтан тальянда, мандолинала, һуңынан баянда уйнаған көйҙәрен төрлө вариацияларҙа башҡарыр, халыҡтың һәр йырын тарихы менән, урындағы ижадты эйәһе менән еткерер ине. Үҙе лә көйҙәр сығарып уйнай ҙа, яҙып ҡуя алмағанына көйөнөр ине. Фольклор эшен тергеҙеүҙә, таратыуҙа өлөшө сикһеҙ. Сирғолда 25 йыллыҡ тарихы булған “Ҡарасәй” халыҡ фольклор ансамбленең моңо, йәме, йәне ине гармунсы Хөсәин Юлдашбаев.
Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхозға комсомол башлығы итеп ҡуялар Хөсәинде. Ул 70-се йылдарҙа эш тә, тормош та гөрләй. Шәп ойоштороусы һәләттәре асыла йәш етәксенең. Колхоздың 60-70 кешенән торған шәп хоры, моңло вокаль ансамблдәре, 12 пар бейегән ансамбле байтаҡ йылдар һәр смотрҙа гел беренсе булды. Ойоштороу эштәренән тыш Хөсәин үҙе лә йырлай, бейей һәм бейегән парын – орсоҡтай етеҙ Миңнираны үҙенә моңдаш, тормошона юлдаш итеп һайлай.
Ауырлыҡтар аша, ҡанундарға ҡаршы сығып ҡорола был ғаилә. Икеһе лә атайһыҙ үҫкән, тырыш, сәмлеләр, аҡыллы йөрәкле кешеләр бер-береһенә терәк булып йәшәп китәләр. Ауылда тәүгеләрҙән булып заманса өй һалып, ялтлап торған донъя ҡороп, мал ишәйтеп, шәл бәйләп, мул баҡсалар үҫтереп йәшәйҙәр гармун моңдары араһында. Бер-береһен шул тиклем ихтирам иткән, аңлаған, ҡурсалаған ғаиләләр һирәктер ул. Уйынсыл, йор һүҙле романтик Хөсәин һәм етди реалист Миңнира бер уйҙа, бер маҡсатта инеләр. Миңнираның: “Бейемемә рәхмәтлемен: яңғыҙ булһа ла ысын ир-егет үҫтергән”, – тип әйткәне хәтерҙә.Ирен хөрмәтләүҙә бит ул ҡатын-ҡыҙ аҡылы.
44 йыл бергә йәшәнеләр, һәр эш бергә. “Ҡарасәй” менән алыҫ юлдарға йөрөгәндә Миңнираның бәлештәренең тәмдәре, төндөң ҡайһы сәғәтендә лә ҡайтыуыбыҙға клубта аш-һыу әҙерләп көтөп тороуҙары әле лә күңелдәрҙе йылыта. Үҙе колхозда бухгалтер эшендә булһа ла, ғаилә ансамблдәре ойоштороша, концерттарҙа ҡатнаша, концерттар әҙерләшә – ярҙамы күп булды.
Комплекслы бригаданы етәкләне Хөсәин ауыл хужалығы техникумында уҡып ҡайтҡас. Һәр кешегә тәьҫир итә алған дипломатик һәләттәре менән дә хайран итә ине. Ауыл Советы рәйесе булып оҙаҡ эшләне, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе һәр саҡ аҡыл менән, берәүгә лә зыян итмәй генә хәл итә белде. Күп йылдар мәҙәниәт йорто директоры вазифаһында һаман да шулай, йәш саҡтағыса, гөрләтте тормошто. “Ҡарасәй”ҙәрҙең:
Сирғол ауыл уртаһында
СДК балҡып тора.
СДК-ның тупһаһында
Хөсәин баҫып тора,
Хөсәин баҫып торғанға
СДК балҡып тора, – тигән таҡмағы йәки:
Сыңлат әле тальяныңды,
Юлдашбаев Хөсәин –
Һинең гармуныңдан башҡа
Моңһоҙ донъя – нишләйем,
Нисек итеп йәшәйем? – тигәне лә уның мәҙәни тормоштағы төп ролен билдәләй.
Һәр яҡтан һәләтле өс һылыу ҡыҙ үҫтерҙеләр. Өсөһө лә әүҙем, мәктәптең иң шәп уҡыусылары, йырсылар, ойоштороусылар, район һәм республика кимәлендә олимпиадалар еңеүселәре, мәҙәни конкурстар йондоҙҙары булды. Шәп йылдар ине, һоҡланғыс ҡыҙҙар бәхетле бала саҡта йәшәне. Өсөһө лә Өфөлә. Зөлфирә – билдәле табип-терапевт, етәксе эшендә, изгелекле, белемле, ярҙамсыл кеше. Әлфирә – балалар баҡсаһы мөдире, лидерҙар рәтендә, төрлө инициативалар менән сығыш яһай, тормошҡа ашыра һәм уңыш яулай. Альбина – күп яҡлы талант эйәһе, театр өлкәһендә үҫеш юлында. Өсөһө лә матур ғаиләләрҙә балалар үҫтерә. Ысын ғаилә тәрбиәһе алған ҡыҙҙарҙың уңыштарына ҡыуанып өлгөрҙө ата-әсә. тик хәстәрлекле балаларынан ҡәҙер күрер йылдары ғана аҙ булды…
Ғүмер буйы ҡурсалап, ҡәҙерләп торған ире ауырып киткәс, Миңнира ниҙәр кисергәндер – зарланманы, бөтә көсөн тәрбиәгә һалды. Ҡарап, дауалап, яратып, тағы тиҫтә йыл ғүмер өҫтәне. Тик үҙен генә һаҡлай алманы. Ҡара көҙ ҡайғыларға һалып, икеһен бер-бер артлы алып китте. Миңнираны оҙатҡас, 8-се көнөндә Хөсәин менән бәхилләштек.
Балаларына көс етмәҫтәй ауыр ҡайғы йөгө төштө, дуҫтары-туғандары иңрәне, тирә-яҡ ауылдар хәсрәтләнде. Бәләкәс кенә йыуаныс: бына бит, әкиәттәгесә – “бәхетле йәшәнеләр һәм бергә үлделәр”. Тимәк, әкиәттәгесә мөхәббәт тә бар, хатта үлем дә быны раҫлай.
Хөсәинде оҙатҡаны бирле күңелемдә Рәми шиғыры “Китте ҡурайсы дуҫ,” – тип сыңлап тора. Китте гармунсы дуҫ… Баһалар етмәҫ рух байлығын алып китте. Тоташ бер быуындың моңон, ауылдың йөҙөн билдәләгән булмышын алып китте. Юҡ! Һәр йөрәккә моңло һағыш һалып, яҡтылыҡ, йылылыҡ ҡалдырып китте Миңнира менән Хөсәин, сөнки иҫтәлектәребеҙ шундай. Яҙмыштарыбыҙ бергә үрелгән, яҡшыһы-яманы бергә күрелгән. Беҙ, замандаштары, өлөшлө икәнбеҙ. Беҙгә шундай Миңнира кеүек дуҫлы, моңло, гармунлы Хөсәинле ғүмер яҙған…
Читайте нас: