Матурлыҡҡа ынтылыу һәр кемгә хас. Тиренән, йөндән эшләнгән, бәйләнгән, һуғылған, тегелгән әйберҙәр башҡорттарҙың көнитмешендә айырым урын алып торған. Тирмәләрҙең эсен йыйыштырғанда ла, йылытҡанда ла, ер иҙәнгә лә кейеҙ йә балаҫ һалғандар. Бигерәк тә балаҫтары айырылып торған. Уларҙы төрлө йөндәрҙән, туҡымаларҙан матур итеп эшләр булғандар. Замана арбаһы алға тәгәрәгән һайын Кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарараға, онотолған шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Яңы технологиялар ҡулланып эшләнгән синтетик әйберҙән, күҙ алдатҡыс буяуҙар ҡушып әҙерләнгән аштан баш тартып, тәбиғәт биргән таҙа әйбергә, аш-һыуға өҫтөнлөк бирә. Күптән цивилизациялы сит илдәрҙә айырым-айырым төркөм кешеләр боронғоһон юллауға тотондо, ата-бабалар шөғөлөн өйрәнә башланы. Беҙҙең районда ла боронғоно тергеҙеп – матур йоланы дауам итергә теләүселәр бар. Һәм ошо оҫталарҙың береһе, Үтәғол ауыл китапханасыһы Фәүзиә Йосопова район китапханаһында 3-сө быуын халыҡ университеты уҡыусылары өсөн “Оҫталыҡ дәресе” үткәрҙе. Гәзитебеҙҙең оҫталар өсөн үткәрелгән “Күңелем биҙәктәре” конкурсында ҡатнашҡан, әле яңыраҡ ҡына кейеҙ баҫыу менән мауыға башлаған Фәүзиәнең кешеләр хөкөмөнә сығарырлыҡ, күргәҙмәлә күрһәтерлек байтаҡ ҡына эше йыйылған. Ҡоро һәм һыулы баҫыу ысулдары менән эшләнгән ижад емештәре араһында бесәй, төлкө, ҡыҙылтүш турғай һ.б. бар. Боҙоҡ йоҙаҡты ҡулланып эшләгән ҡошо, аҡса янсығы, төрлө төҫтәр менән эшләнгән сәскәләре, тәпешкиҙәре, әле саҡ башланған еңһеҙе лә килеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Дәресте китапханасы Зәриә Рахманғолова асып кейеҙ баҫыу нескәлектәренә, төрҙәренә, уның үткәненә байҡау яһаны, шулай уҡ уларҙа төҫтәр ҡулланышы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Эйе, башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн төҫтәрҙе лә һайлап, һәр биҙәккә ҙур иғтибар биргән. Ҡара төҫ – беҙҙе туйындырған һәм йәшәткән еребеҙ, йәшел – йәшеллек һәм йәшлек, һары – ҡояш, күк – һауабыҙ төҫө. Ә сағыу ҡыҙыл төҫ байрамды күрһәтә. Ошо матурлыҡты аҫалы, буй балаҫтарға һалып, ныҡлы, сифатлы тауар етештереү – үҙе бер эш, ғорурланып күрһәтерлек шөғөл. Бындай шөғөл менән тик күңелдәрендә матурлыҡ йөрөткән, тормошто яратҡан һәләтле кешеләр генә шөғөлләнә алалыр, моғайын. Шиғырҙар яҙған, һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан Фәүзиәне, ысынлап та, һәр яҡлап талантлы тип әйтергә була. Үҙ алдына кейеҙ баҫыуҙың төрлө ысулдарын өйрәнеп матур картиналар ижад итеп кенә ҡалмай, ә интернет, баҫма матбуғат аша үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә лә эш алып бара.
– Беҙҙең Үтәғол ауылында кешеләрҙә өләсәйҙәр баҫҡан кейеҙ балаҫтар һаман да һаҡланһа ла быйма баҫыуҙан башҡа әйберҙәр баҫыу онолған. Бик оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, онотола башлаған кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәнергә булдым, – тип һөйләй Фәүзиә Рәшит ҡыҙы. – Мин киң мәғлүмәт сараларынан, гәзит-журналдар аша, Өфөлә һәм башҡа ерҙәрҙә туҡыма магазиндарында махсус тетелгән, буялған йөндәр, махсус кейеҙ баҫа торған энәләр һатылыуын, хатта ҙур әйбер баҫҡанда электрошымартҡыс машинканы ҡулланырға мөмкин булыуын белдем. Ауылда йөндө ҡыйлыҡҡа ырғытылғанын күреүе бик ҡыҙғаныс, һатып алыусы юҡ, алһалар ҙа хаҡы бик арзан. Ошо йөндән бик күп мөғжизәләр тыуҙырырға булыр ине, тип уйланым.
Кейеҙ баҫыу нескәлектәренә өйрәнә башлағас, Фәүзиә йөндөң дә төрлөһө булғанын, уның сифатлыһын, тиҙ баҫыла торғанын һәм баҫыу өсөн көҙгө йөндөң иң уңышлыһы икәнен аңлап ала. 20 минут эсендә һыулы баҫыу ысулы менән аҡса янсығы эшләп күрһәтеп, ул үҙенең өйрәнсек түгел, ә һөнәрсе икәнен күрһәтте. Әллә ни ҡатмарлы эш ҡоралдары ла кәрәкмәй был эштә: йөн, форма өсөн полиэтилен киҫәге, кер һабыны, йә уның урынына шыйыҡ һабын, эҫе һыу, марля йә тауар киҫәге һәм иң мөһиме – теләк. Уға уҡыусылар – хаҡлы ялдағы апай-инәйҙәр йөн тетеп, һүҙ менән ихлас ярҙам итеп ултырҙы. Фәүзиә янсыҡ эшләгән арала һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында һөйләшеп тә алдылар, Мәҫәлән, сайырлы йөндө быуындар һыҙлығанда,тире ауырыуҙарынан яфаланғанда бәйләгәндәр, ҡатыу менән йонсоған кешенең арҡаһына япҡандар. Балаға уҙа алмаған ҡатындарҙы кейеҙгә төрөп, эсе урынына ултырһын өсөн тигеҙ ергә һалып тәгәрәткәндәр. Йөндән бәйләнгән ойоҡбаш, баҫылған быйма ла йылы, уңайлы булыуы менән бер рәттән дауалау көсөнә эйә икән. Кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә һарыҡ йөнөнән һуғылған балаҫ, һырылған юрған булыуы мотлаҡ һаналған. Һарыҡ йөнөн дөрөҫ ҡырҡыу буйынса ла бик ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр ишеттек был дәрестә: һарыҡтың башынан башлап ҡырҡһаң, бәрәсе орғасы булыр, ҡойроҡ яғынан башлаһаң – тәкә; малды үрсетәм тиһәгеҙ, башынан ҡырҡа башлағыҙ. Дәрестә ҡатнашыусылар бындай эштәрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен килгән туристарға күрһәтергә кәрәк тип тәҡдим итте, тағы ла йөндәрҙе буяғанда тәбиғи буяҡтар: сөгөлдөр, һуған ҡабығы һ.б. ҡулланырға булалыр тип үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Бар яҡтан да һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың районыбыҙҙың һәр ауылында ла бар. Шулар араһында Фәүзиә Рәшит ҡыҙының булыуы ла бик ҡыуаныслы. Уға киләсәктә ижади һәләтенең артыуын, күркәм эштәре менән тағы ла ҡыуандырыуын теләп таралыштылар.
Әйткәндәй, кейеҙ баҫыу менән ҡыҙыҡһыныусылар артҡандан-арта. Балаларҙың көҙгө ялында райондың рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусылары тик ятманы. Улар кейеҙ баҫыу сәнғәте буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында С. Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенә йыйылды. Был семинар-практикум Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре йылына арналып “Ялан сәскәләре” исеме аҫтында үтте. Район күләмендә үткәрелгән сарала сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова коллегаларын гармония һәм йылылыҡ бөркөп торған уникаль техника менән таныштырҙы һәм уҡытыусылар менән берлектә бик матур картиналар тыуҙырҙылар. Халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн, йолаларын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән оҫталарға, йәш быуынға кейеҙ баҫыу серҙәрен өйрәткән уҡытыусыларға афарин тип әйтәбеҙ һәм ошо изге башланғыста уларға уңыштар теләйбеҙ.