Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
20 Ноябрь 2017, 19:36

ЯҢЫ ЙЫЛҒА - ЯҠШЫ КӘЙЕФ МЕНӘН

Трушин мәҙәниәт йортонда күләмле ремонт бара

Район ауылдарындағы байтаҡ мәҙәниәт усаҡтарының заман көрсөгөнә бирешмәй гөрләп эшләп тороуы, баҙар шарттарына яраҡлашып, түләүле саралар үткәрергә оҫтарыуы ҡыуандыра. Сер түгел, балалар һаны әҙ булғанлыҡтан, матди базаһы шәп булһа ла, күпме мәктәптәр ябылды, шуға күрә район хакимиәтенең булған мәҙәниәт усаҡтарын һаҡларға тырышыуы һөйөндөрә. Клубтар кәрәк, улар халыҡтың сход үткәреү урыны ла, Өлкәндәр көнө, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары кеүек күмәк байрамдар ҙа шунда ойошторола, урындағы таланттар һәләтен, оҫталығын башҡалар хөкөмөнә тәҡдим итә.
Әлеге ваҡытта Трушин мәҙәниәт йортонда күләмле ремонт бара: нигеҙ һәм хәүефле стена төҙөкләндерелә, бер нисә яңы ишек, евротәҙрәләр ҡуйыла, өлөшләтә иҙән япмаһы яңыртыла. Быға тиклем электр уты менән йылытылған бина үҙен аҡламаған – ҡыш көндәре һыуыҡ булған, ошо мөһим етешһеҙлек бөтөрөлә – йылылыҡ селтәре өлөшләтә яңыртылып, зәңгәр яғыулыҡ инәсәк. Ҡайһы бер эштәрҙе урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре башҡарһа, төп өлөштө район хакимиәте хәстәрләүендә махсус эшселәр килеп эшләй.
Мәҙәниәт йорто директоры Ләлә Хәмитова төҙөкләндереү эше бик йылдам барыуын билдәләп, Яңы йыл байрамын һәйбәт шарттарҙа үткәрергә ҙур өмөт барлығын әйтте. Әйткәндәй, бинаны төҙөкләндереүгә аҡса республика ҡаҙнаһынан килгән.
Читайте нас: