Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
22 Ноябрь 2017, 16:53

АУЛАҠ ӨЙЛӨ ҺӘМ ГАРМУНЛЫ БУЛҺЫН ЙӘШЛЕК

Тормош үҙгәрҙеме, әллә аң үҙгәрҙеме – гармун моңдары онотолоп бара. Ҡайҙа һин, гармун?!

Һәр замандың үҙенә күрә үҙ көйө, үҙ моңо бар. Ҡыҙҙар күңелен елкендереп, урам шаулатып, гармун тартып уҙыуҙар үткән быуатта тороп ҡалды. Тормош үҙгәрҙеме, әллә аң үҙгәрҙеме – гармун моңдары онотолоп бара. Ҡайҙа һин, гармун? Күңел тигәнең гармун тауышына һыуһай, үткәндәрҙә ҡалған танһыҡ моңдо эҙләй.
Ауылдаштарға танһыҡлаған моңдо ишеттереү ниәтенән Байдәүләт ауылы мәҙәниәт йортонда “Уйнаһын гармун, йырлаһын гармун” исемле кисә үткәрҙек. Гармунсыларҙы барлау, милли көйҙәребеҙҙе халыҡҡа еткереү, яңы таланттар асыу маҡсатында уҙғарылған байрам йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
Беҙҙең быуын оҫта баянсы, заманында консерватория тамамлаған Динислам ағай Хәйбуллинды яҡшы хәтерләй. Шөкөр, ауылыбыҙҙа әле лә бынамын тигән гармунсыларыбыҙ йәшәй: Шамил Байсурин, Рәйес Ҡаһарманов, Азамат Моратов, Ғәли Юлдашбаев. Тимәк, беҙҙең ауылда гармун моңо ла бар. Әммә бөгөнгө йәштәр, балалар араһында ҡыҙыҡһыныусылар юҡ. Хәҙер балалар гармун төймәһен түгел, компьютер төймәһенә баҫыуға өҫтөнлөк бирә. Киләсәктә гармунсыларыбыҙға алмаш булырмы?
Шуларҙы күҙ уңында тотоп, ошондай гармун байрамын артабан да дауам итеү кәрәктер тип уйлайбыҙ. Бәлки ул концерт рәүешендә генә түгел, ниндәйҙер проект булып, йыл буйына барыр. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙ моңдары юғалмаһын, киләсәктә бөгөнгө быуынға ла: “Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам”, – тип әйтергә яҙһын!
Читайте нас: