Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
5 Декабрь 2017, 19:09

"БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДАНЫН ЯҠЛАНЫҠ"

“Йыл ғаиләһе – 2017” Бөтә Рәсәй конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе Ҡунаҡбаевтар Мәскәүҙә булып ҡайтты.

“ – Ҡотлайбыҙ, һеҙ “Йыл ғаиләһе – 2017” конкурсында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе! Һеҙҙе бүләкләү тантанаһында көтөп ҡалабыҙ, – тип Мәскәүҙән шылтыратҡас, күктең етенсе ҡатында менгәндәй итеп тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Ни тиһәң дә, бөтә Рәсәй буйынса еңеү. Икенсе яҡтан, борсола ла төштөк, сөнки беҙ бөтә Башҡортостанды күрһәтәбеҙ бит”, – тип һөйләй Иҙәш ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре Луиза һәм Ғәлим Ҡунаҡбаевтар.

Ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән көн дә килеп етә. Улар ғаиләләре менән башҡалаға осалар. Мәскәүҙә уларҙы бик матур итеп ҡаршы алалар, йәшәргә “Измайлово” ҡунаҡханаһына урынлаштыралар. Улар был ҡунаҡхана тарихы менән танышырға ла өлгөрә, уның 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпиадаға төҙөлгән булыуын беләләр. Тәүге көндә уның концерт залында балалар өсөн төрлө уйындар ойошторола. Тамаша кискә тиклем бара һәм төрлө төбәктәрҙән килгән 85 ғаилә балалары менән ҡатнаша. Луиза менән Ғәлимдең улдары Айҙар ҙа саф башҡортса йырлап, бөтәһен дә бейетә. Уларға илебеҙҙең төрлө ерҙәренән килгән йәш, талантлы ғаиләләр менән танышып аралашыу форсаты тейә. Икенсе көнө уларҙы Мәскәү буйлап 3-4 сәғәтлек экскурсияға алып сығалар. Бик күп матур иҫтәлекле урындар менән танышлар, айырыуса Ҡыҙыл Майҙан, Третьяков галереяһын оҡшаталар. Ә кисен барыһын да “Йыл ғаиләһе – 2017” Бөтә Рәсәй конкурсының бүләкләү тантанаһына йыялар. “Сара күңелле барҙы, ғаиләләрҙе ҡотлап йырсылар Л. Долина, Ю.Михальчук, “Иван Купала” төркөмө һ.б. билдәле сәхнә йондоҙҙары ҡотланы. Баш ҡаланан бик бай тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Ошондай мөғжизәле тамашаға барырға ярҙам иткән, юл һәм йәшәү шарттарын түләүҙе үҙ өҫтөнә алған районыбыҙ етәксеһе Ә.Байсуринға, әҙерләнеүҙәге ярҙамдары өсөн район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”, – ти тәьҫораттары менән уртаҡлашып йәш ғаилә. Республика данын Рәсәй кимәлендә күтәргән ғаиләнең тап беҙҙең райондан булыуы ҡыуаныслы хәл, киләсәктә тағы ла уңыштары менән ҡыуандырырҙар тип уйлайбыҙ. Ошо көндәрҙә улдары Айҙар ҙа Өфөгә “Сулпылар” йыр бәйгеһенә барасаҡ. Ул да еңеү менән ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: