Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
12 Декабрь 2017, 14:25

БАЛҠЫП ТОРА АУЫЛ КЛУБЫ!

Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йортонда “Ҡаҙ өмәһе” өлгөлө сараһы күрһәтелде.

Яңы Себенле ауыл биләмәһе мәҙәниәт йорттары оҙаҡ йылдар урындағы халыҡҡа бик йөкмәткеле саралар үткәрә, район буйлап гастролдәргә лә сыға, тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең ойоштороу оҫталығы оҙаҡ йылдар дауамында һыналған. Беҙҙең мөрәжәғәт буйынса үҙҙәрендәге һуңғы яңылыҡтар менән Ишемғол ауыл мәҙәниәт йорто директоры Гөлжан Мырҙабулатова таныштырҙы:
– Аҙаҡҡы осорҙа үткәрелгән кисәләр ҙә тамашасылар күңеленә хуш килде. Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арнап, район балалар театры конкурсы сиктәрендә, Р.Мухина әҙерләүендә “Ҡыҙыл башлыҡ” әкиәте заманса стилдә сәхнәләштерелде, ролдәрҙе Ринат Ишкинин, Егор Цыганенко, Юлиә Усманова, Оксана һәм Снежана Пляскиналар башҡарҙы.
Әсәйҙәр көнө иһә ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә үткәрелде. Рәйес О. Живодерова башланғысы менән М. Шатова, С. Зайцева, М. Цыганенко, С. Дадонова һәм башҡалар күңелле уйындар, викторина, йыр-бейеү бәйгеләре, тәмле табын ойошторҙо.
30 ноябрҙә Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йортонда Яңы Себенле, Ишемғол, Ҡужабаҡ ауылдары мәҙәниәт усаҡтары исеменән “Ҡаҙ өмәһе” өлгөлө сараһы күрһәтелде. Шул уҡ ваҡытта фойела Кәлимулла, Ҡужабаҡ, Яңы Себенле ауылдары оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Программаны йомғаҡлап һәүәҫкәрҙәр концерты тәҡдим ителде. Ҡыҫҡаһы, байрамдар гөрләп үтеп тора һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Беҙ артабан да бар һәләттәребеҙҙе эшкә егеп тырышырға ниәтләйбеҙ.
Читайте нас: