Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
15 Декабрь 2017, 16:42

СЕРЛЕ КИТАП ДОНЪЯҺЫНДА

– Кескәйҙәр шулай көн дә дәрестән һуң инә. Бергәләп журналдар ҡарайбыҙ, мин уларға китаптар һайлашам, – ти китапханасы Фируза Белова.

Эш сәфәре менән Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәтендә булғанда балаларҙың сыр-сыу килгән шат тауыштары иғтибарҙы йәлеп итте. Баҡтиһәң, был тауыштар хакимиәт менән бер бинала урынлашҡан ауыл китапханаһынан икән!
– Кескәйҙәр шулай көн дә дәрестән һуң инә. Бергәләп журналдар ҡарайбыҙ, мин уларға китаптар һайлашам, – ти китапханасы Фируза Белова. Ул әҙәбиәтте яратҡан ауылдаштарының ниндәй жанрға, ҡайһы авторға өҫтөнлөк биреүен белеп бөткән. – Иң өлкән уҡыусым – 84 йәшлек Николай Гринцов. Уға әҙәби китаптарҙы үҙем дә алып барам. Өлкәндәрҙән тағы ла Полина Пальгуева менән Виктор Николаевты әүҙем булараҡ билдәләр инем. Әминә Имелбаева, Роза Шеина, Зәкиә Абдуллина, Любовь Чернова, Сәлимә Толомбаева һәм Үргендән Фәрзәнә Аҡсурина беҙҙең китапхананың даими уҡыусылары. – Фируза Миһран ҡыҙы яратҡан эше хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
Өфө китапхана техникумын тамамлаған Яңы Себенле
ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Яңы Петровка ауыл китапханаһына эшкә килә һәм бына инде
35 йыл ул яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. Төп эшенән тыш йәмғиәт тормошонда
ла әүҙем: “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе, шулай уҡ
оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһын да етәкләй. Ауылда ойошторолған мәҙәни саралар ҙа Фируза Миһран ҡыҙынан тыш үтмәй. Китапханасы район кимәлендәге конкурс, бәйгеләрҙә лә ихлас ҡатнаша. Эшендәге уңыштары, тырышлығы тейешле баһаһын да
алған – ул 2009 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булған.
Читайте нас: