С. Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең Яңы йылға бағышланған концертын ҡарағанда, күптәр бала саҡтарына ҡайтып урағандыр. Төрлө йәштәге балаларҙың еренә еткереп, килештереп бейеүҙәре, моңло итеп йырлауҙары береһен дә битараф ҡалдырманы. Ә төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙары…
Талантһыҙ бала булмай. Талантһыҙ тип һаналған кешенең дә, 99 % көс түкһә, сәнғәт өлкәһендә ҙур уңышҡа ирешеү мөмкинлеге бар. Бына шул һәләтте ваҡытын күрә белеү, уны үҫтереү кәрәк. Ошондай маҡсатта балалар сәнғәт мәктәбендә эстетик төркөм асыла, унда 6-7 йәшлек балалар төрлө йүнәлеш буйынса үҙҙәрен һынай. Йыл дауамында тәжрибәле уҡытыусылар баланың ниндәй һәләткә эйә булыуын асыҡлай. Киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш биреп, кемдең теге йә иһә был өлкәлә һәләте барлығы асыҡланғас, ата-әсәләр ризалығы менән тейешле кластарға ултыртыла. Беҙгә, ата-әсәләргә, бөтәһенең дә сығышын күреү бәхете тейҙе. Район мәҙәниәт йортоноң фойеһында йәш рәссамдарҙың һүрәттәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Картиналар төҫтәр сағыулығы һәм темалар төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте. Буласаҡ рәссамдарҙың киләсәге өмөтлө генә. Ә ике сәғәт барған концерт үҙенең бай йөкмәткеле булыуы менән таң ҡалдырҙы: әле балалар баҡсаһына ғына йөрөгән балаларҙың йыр-бейеүҙәре, башҡа класс уҡыусыларының “Кантри”, заманса, рус халыҡ бейеүҙәре дәртләндереп ебәрһә, “Дуҫлыҡ” парлы бейеүе үҙенең ихласлығы менән иғтибарҙы яуланы, ә думбырасыларҙың уйнауын тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Малайҙарға бигерәк тә тынлы оркестр оҡшаны. Моғайын, ата-әсәләр эстән генә балалары өсөн ғорурлыҡ кисереп ултырғандыр. Уҡытыусылар уҡыусыларын ғына күрһәтеп ҡалманы, үҙҙәре лә әүҙем булды: йырланылар, фортепианола уйнанылар. Ошолай зал тултырып тамашасылар йыйып, балаларҙың һәләттәрен күрһәткән уҡытыусыларға рәхмәт белдерге килә. Эйе, ваҡытында уларҙың уңыштарын күреп, ярҙам ҡулы һуҙып ҡына ебәрергә кәрәк. Киләсәктә был балалар, бәлки, данлыҡлы артист, йә рәссам да булмаҫ, ә алған белемдәре уларҙың дөйөм үҫеше өсөн нигеҙ булып торасаҡ.