Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Ғинуар 2018, 11:13

САҘАЛЫМДЫ ҒЫНА ҺАҒЫНАМ...

“Ир балалар ҡайта хеҙмәт бөткәс, Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс, – тигән йырҙа моңһоулыҡ бар. Ҡайтмаһындар шул! Ә ҡунаҡҡа – көтәбеҙ!” – тип үҙенсәлекле саҡырыу ебәрҙе Саҙалы төрлө тарафтарға һибелгән ҡыҙҙарына

“Ир балалар ҡайта хеҙмәт бөткәс, Ҡыҙ балалар ҡайтмай бер киткәс, – тигән йырҙа моңһоулыҡ бар. Ҡайтмаһындар шул! Ә ҡунаҡҡа – көтәбеҙ!” – тип үҙенсәлекле саҡырыу ебәрҙе Саҙалы төрлө тарафтарға һибелгән ҡыҙҙарына. Ауыл клубы мөдире Регина Юлдашбаева етәкләгән “Килендәр” ижади төркөмө һәм Зөлфиә Фәхретдинова әйҙәгән ағинәйҙәр ҡоро ойошторған был осрашыу яңы форматы, ошо ауылға хас күтәренкелеге, рухи сағыулығы менән күңелдәрҙе яуланы. Һәм ғүмерлек иҫтәлек булыр ваҡиғалар рәтенә инде.
Тәрән тойғоло шиғырҙарҙан, моңло йырҙарҙан, күркәм бейеүҙәрҙән торған сәхнә күстәнәстәре һоҡланырлыҡ күренеш ине. Иҫ киткес бай күргәҙмә – дебет шәлдәр, бәйләм кейемдәр, өй биҙәү әйберҙәре – бөтәһе лә Саҙалы ҡыҙҙарының матур йәшәү өлгөһөн күрһәтте ауылдаштарына. Ә аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе тәме-йәме менән ҡыҙҙарҙың оҫталығын, уңғанлығын дәлилләне.
Саҙалы – бәләкәй ауыл, 70-ләп кеше йәшәй. Ситтә йәшәгән ҡыҙҙарҙы сәләмләп, Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, Саҙалы ҡыҙҙарының ҡайҙа ла уңышлы йәшәүҙәренә ҡыуанысын белдереп, ауыл проблемаларына ла ҡағылды: “Ауыл, өлкәнәйгән атай-әсәй кеүек, иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж. Тамырҙарығыҙҙы өҙмәгеҙ, балаларығыҙ ошо ауыл рухында үҫһен. Йәш быуындар ташламаһа ғына ауыл йәшәр”, – тине ул.
Ауылдан ситтә йәшәгән ҡырҡлап ҡыҙҙан 26-һы ҡайтҡан ине байрамға. Осрашыу, бик ҡыҙыҡ итеп, бала саҡтағы фантик уйынына ҡоролғайны. Оло кинәнес менән үтәлгән наказдарҙы барыһы ла бик йылы ҡабул итте. Миңзирә Юлдашбаева, Гөлсиә Татлыбаева, Зилә Степанова, Клара Ишмөхәмәтова – саҙалыларҙың күҙе алдында йырлап үҫкән моң эйәләре, әүәлгеләй йылы хистәрҙе уятты. Ауылдаштарын шулай уҡ бала саҡтарынан бейеүҙәре менән ҡыуандырған Фәниә Мәҡсүтова, Баныу Мырҙабулатова, данлы Гөлсиә Татлыбаева бик күптәрҙе үткәндәргә ҡайтарғандай итте. Мәрйәм Батталова менән Руция Ишмөхәмәтованың шиғырҙары кисәгә өҫтәлмә мәғәнә бирҙе. Ҡыҙҙар һоҡланғыс ине: элекке йылдар аһәңенән йөҙҙәре нур һипте, бала саҡ, йәшлек осоро кире ҡайтҡандай булды. Концерты “Килендәр”ҙең матур йырҙары менән үрелеп барҙы.
Кисәне алып барыусы Регина Юлдашбаева февраль айында ир-егеттәр осрашыуы буласағын еткереүен бар халыҡ дәррәү хуплап ҡабул итте.
Йола буйынса кисәнең икенсе өлөшө – йырлы сәй иғлан ителде. Күргәҙмәне йәмләгән ризыҡтарҙы тәмләр мәл етте. Оҫта ҡуллы, тәмле ризыҡлы Гөлләрә Татлыбаева, Зилә Степанова, Роза Шеина, Рәмзиә Иҫәнсурина, Сәлимә Аҙнабаева, Әнисә Завалихина һәм башҡа бөтә ҡыҙҙар ҙа йәмле лә, тәмле лә ризыҡтар әҙерләгән ине.
Ҡул эштәренә лә иғтибар ҙур булды: Гөлсиә Татлыбаева, Илсөйәр Иҙрисова, Мәрйәм Батталова, Клара Ишмөхәмәтова, Гөлсирә Татлыбаева һәм тағы ла күп ҡыҙҙар бәйләм, ҡорама, шәл оҫтаһы булыуҙарын күрһәтте.
Фантик уйыны икенсе өлөштә лә дауам итте: ауыл мәҙәктәре, ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр, уйын-көлкө, йырлап ярышыу, күләгә уйындары – вайымһыҙҙар ҡалмағандыр бында, һәр кем көс-дәрт алғандыр.
Ҡыҙҙарҙың сығыштарында ауылға, ата-әсәһенә, ауыл халҡына тормошта үҙ көсө менән йәшәрлек көслө, сабыр итеп үҫтергәндәре, эшкә өйрәткәндәре, изгелекле тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре сағылып торҙо. “Тик бер генә һағыш ташламай – Саҙалыны һағынам”, –тине һәр ҡыҙ. Ысынлап та, уларҙың һәр ҡайһыһы көслө, шәп, бәхетле, тормоштары ла етеш. Тик бер генә һағыш… Бәлки кәрәктер ул һағыш. Ауылың менән бәйләгән ептәрең өҙөлмәһен, хистәрҙең ҡайнарлығы, тойғоларҙың тулылығы өсөн.
Рәхмәттәр яуа торған мәл булды был кисә. Ҡунаҡтар – хужаларға, хужалар – ҡунаҡтарға, йәштәр – ололарға, ә ололар киреһенсә – йәштәргә. Ә иң күп рәхмәттәр, әлбиттә, был кисәнең авторы Гөлзирә апай Юлдашбаева менән ойоштороусы Регина Юлдашбаеваға булды.
“Үтмәй торсо, илаһи мәл”, – тип яҙылған ине сәхнә түренә. Осрашыу кисәһе үтте, ә илаһи мәл ҡалды. Йөрәктәрҙә, хәтерҙә, өмөттәрҙә ҡалды. Саҙалы ауылының, бәләкәс кенә ауылдың, ҙур үҫкән ҡыҙҙары төйәк иткән ерҙәренә таралды – эшләргә, балалар, ейәндәр үҫтерергә, йорт көтөргә, донъя йәмләргә, бәхетле булырға.
Читайте нас: