Күгәрсен ауылында иғлан ителгән урам-ара конкурстың эстафетаһын Үҙәк урамы ҡарабаштарға тапшырғайны. Беҙ – Ҡарабаш урамында йәшәүселәр, оҙаҡ уйлап тормай, дәррәү генә «Ҡарабашта – ҡышҡы йәйгор» исемле концерт программаһы менән сығыш яһаныҡ. Мәҙәниәт йорто тамашасылар менән шығрым тулы булды.
Һәр кешенең йөрәгенә яҡын, йәненә йылылыҡ бирә торған урыны була, ә беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн был урын – тыуып үҫкән урамыбыҙ. Һәр миҙгелдә үҙенсә матур Ҡарабаш: яҙын-йәйен өҙҙөрөп һандуғастар һайрай, ҡайындар япраҡ яра, ә көҙөн һуң, көҙөн – аяҡ аҫтында ҡыштырлап ятҡан япраҡтар араһынан бәшмәк йыйыуы ни тора һуң! Ҡыш көнө, бер ерҙә лә булмаған ҡышҡы йәйғор тик беҙҙә – Ҡарабаш урамында ғына була. Был урамды яратмаған кеше юҡтыр.
Был концерттан олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Урамыбыҙ ғорурлығы, яғымлы, әммә етди, әйткән һүҙендә тора белеүсе студент егетебеҙ Данир Ғүмәровтың, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Түләбаеваның, урамыбыҙ һандуғасы Гөлйөҙөм апай Ҡолоеваның, концертыбыҙҙы оҫта алып барыусы Гөлдәр Юлтимерованың йырҙарын тамашасылар алҡыштарға күмде. Йырҙар бер-бер артлы ҡыҙыҡлы интермедиялар менән аралашып барҙы. Үҙҙәренең ролдәрен «Гөлбаҡса» балалар баҡсаһы мөдире Рәсимә Хәмитова, тәрбиәсеһе Фәрзәнә Туҡаева, Күгәрсен врачлыҡ амбулаторияһы шәфҡәт туташы Әлиә Ҡолоева, «Нур» магазины һатыусыһы Әнисә Төхвәтуллина, хаҡлы ялдағы Нурия Абдрахманова, ауылыбыҙ кейәүе Денис Хәмитов, 11-се класс уҡыусыһы Ләйсән Ҡолоева, башланғыс кластар уҡытыусыһы Сания Хөсәйенова бик оҫта, урынына еткереп уйнаны. Уҡыусылар: Азалия Ҡолоева, Айгизә Туҡаева, Лиана, Линара Абдрахмановалар, Ралина Сәлихова һәм беҙҙең урамда йәшәп киткән Диана Йөҙөкәева башҡарыуындағы бейеүҙәр, 3-сө класс уҡыусыһы Алина Йөҙөкәеваның уҡыған шиғыры ла байрамыбыҙға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Халыҡ күңеленә урамыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары башҡарыуында «Әбейҙәр», «Сәпәкәйҙәр» бейеүе һәм замана таҡмаҡтары хуш килде.
Был байрамда урамыбыҙҙың тарихына туҡталып үттек. Беҙҙең аранан мәңгелеккә киткән, әммә заманында шундай матур Ҡарабаш тауының ҡайынлы итәгенә килеп урынлашып, урамыбыҙға нигеҙ һалыусыларға ла ихлас рәхмәтебеҙҙе әйттек. Уйындар уйнаттыҡ, ғинуар айында үҙҙәренең ғүмер байрамдарын үткәргән юбилярҙарҙы тәбрикләнек. Сара һуңында эстафетаны Ямашлы һәм Шоссе урамдарына тапшырҙыҡ. Ауылдаштарыбыҙ кисәнән көс-дәрт туплап, концертта ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.
«Ҡышҡы йәйғор» байрамын үткәреүгә ауылдаштарыбыҙ Әлфиә Йәләлетдинова, Юлиә һәм Денис Йөҙөкәевтар, Венер Хәмитов, Рәйлә Еникеева матди ярҙам күрһәтте.