Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
22 Февраль 2018, 13:11

ҠОШТО – ОЯ, ИЛДЕ ЙОЛА ТОТОП ТОРА

Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыштың матур бер кисендә үткән сарала брендҡа кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәттек.

Ошондай исем аҫтында Үтәғол ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыштың матур бер кисендә үткән сарала брендҡа кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәттек. Йолаларыбыҙҙы тергеҙеү ниәтенән ойошторолған сарала китапханасы Фәүзиә Йосопова кейеҙ баҫыу тарихын һөйләне һәм үҙе кейеҙҙән баҫҡан көртөкәй, тәпешке, йөндән эшләгән картиналарын күрһәтте. Артабан тамашасыға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Килгән ҡунаҡтар, тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Һуңынан ағинәйҙәребеҙ дәртле таҡмаҡтар, йырҙар йырланы. Тутыя апай Алсынбаева үҙе сығарған мөнәжәтте көйләне. Лира Нияҙғолова «Еҙ үксә», «Байыҡ» бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яуланы. Үҙешмәкәр йырсыларыбыҙ Венера Абдуллина, Нәзирә Дәүләтбәкова, Фидан Абдуллин, Венера Байтимерова, Фаил Ҡолсурин, Ғәлиәс Вәлиев, мәктәп уҡыусыһы Аделина Дәүләтбәкова моңло ла, дәртле лә йырҙары менән сығыш яһаны, Вадим Әхмәров баянда матур көйҙәре менән биҙәне. Матур кистә ап-аҡ ҡар яуғаны ла күңелдәрҙе йылытты. Район мәҙәниәт йортонан килгән жюри ағзалары кейеҙ баҫыу эшен бик юғары баһаланы.
Ф. Йосопова ағинәйҙәр менән бергә
кейеҙ баҫыуҙы артабан да дауам итер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уға ижади уңыштар,
ниәтләгән эштәре тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: