"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
13 Апрель 2018, 14:20

"ЙӘШЛЕККӘ ҠАЙТЫУ"

Талантлы драматург С. Әбүзәрҙең “Йәшлеккә ҡайтыу” спектаклен ҡарап, ошо ябай ғына йәшәү серенә тағы бер инанаһың...

Бәхетле булыу өсөн бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй. Фәҡәт үҙеңдең бәхетле икәнлегеңде аңла, той ғына. Эргәңдәге бәхетте күрә бел генә....
Талантлы драматург С. Әбүзәрҙең “Йәшлеккә ҡайтыу” спектаклен ҡарап, ошо ябай ғына йәшәү серенә тағы бер инанаһың. Бәхетле булыуҙың сере данда ла, малда ла түгел, яҡындарыңдың терәге, мөхәббәте, ихтирамында. Дөрөҫөрәге, ана шуны тойоп йәшәүҙә.
Әллә ниндәй коттедждар, әллә нисә ҡатлы йорттар, текә машиналар менән кеше күңеленә инеп булмай. Әҙәм балаһы машина ла, робот та, зиннәтле таш та түгел. Тик юғары хис-тойғолар беҙҙе кеше итә, бәхетле итә: мөхәббәт һәм изгелек.
Ана, Мансур ҡарт та ҡарсығы Әҡлимә менән ҡәҙимге генә йәшәп ята. Ҡәҙимге генә кеүек: янмай ҙа, һүнмәй ҙә... Спектакль башында Мансур ҡарт тәҙрәнән бәхетле парҙарҙы күҙәтә. Уфтана, яна. Эх, булды бит беҙҙең дә шундай саҡтар... Эх, минең дә хыялым бар ине... Ә хәҙер хыял да юҡ, йәш тә түгел..Зәйнулла күршеһе менән шахмат уйна ла үлемтек әҙерлә...
Кеше булыу, бер ҡараһаң, үҙеңә ихтирамдан һәм һөйөүҙән башлана, тигән бер аҡыл эйәһе. Мансур бабай ҙа Хоҙайҙан үҙенә бер рәхимлек һорай: йәшлеккә кире ҡайтыу. Унда ул бәхетле булыр кеүек, хыялын да тормошҡа ашырыр ине...
Бына инде Хоҙай ҡөҙрәте менән сәхнәлә йәш Мансур. Йәш тән, дәрт ташып тора, күҙҙәр осҡон. Ҡурсаҡ кеүек Лялечка уға мөхәббәт тулы күҙҙәр менән баға. Смартфон төймәһенә баҫ та, йәнең теләгән шөғөл тап. Заман башҡа – заң башҡа... Тик... Мансур өсөн, баҡтиһәң, Әҡлимә ҡарсығынан башҡа бер ни йәм түгел. Ни тиклем тәрән һөйөү менән яратҡанын аңлай ул, йәшлек хыялы ла тормошҡа ашҡан икән, баҡтиһәң. Күптән инде Әҡлимәһе күңелендә һөйөү йорто төҙөгән (хыялындағы ҙур йорт та кәрәк түгел ҡарсығына, үҙе генә һау булһын да, янында булһын).
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты – был хәҡиҡәтте лә күңел түрендә байҡаны тамашасы.
Донъялағы иң ҙур бәхеттәрҙең береһе – аралашыу, кешеләрҙең бер-береһенә күңел донъяһын асыуы. Ана бит,Мансур ҡарт Әҡлимәһе менән был тормош әрәсәһенә төштөләр. Тәҙрәнән башҡалар тормошон күҙәткәнсе, үҙ күңел сөмбәйҙәрен аҡтар, бәхет көршәген байҡа. Бәхетле икәндәрен тойоп нисек һөйөнә улар?! Спектакль башынан ҡайнай алмай ултырған сәйгүн дә ғаилә усағы йылыһынан геүләп ҡайнап сыҡты…
Автор, режиссер тамашасыны тәрбиәләргә тейеш. Сәнғәт әҫәренең маҡсаты шунда. Театр үҙ бурысын үтәне был кистә. Битараф кеше булмағандыр, тим: кемдер ихлас көлдө, кемдер күңеле менән һыҙланды, кемдер үҙен таныны. Иң мөһиме, көлөү, һыҙланыу аша таҙарынды тамашасы. Артистар һоҡланғыс уйнаны. Быны тамашасы тойҙо. Ихлас алҡышланы. Яһалма ҡысҡырыу, ҡыланыу булманы. Вафа Мәүлетов, Хәлиҙә Ҡолшарипова, Айгиз Түләбаев, Зәлифә Бербасова, Радмир Дәүләтбаҡов сәхнәлә ысын мәғәнәһендә йәшәне.
Тамашала ҡулланылған режиссер алымдары ла спектаклдең идеяһын асырға ярҙам итте. Башта сәхнәләге барлыҡ декорация ҡара төҫтә ине. Аҙаҡ уттар балҡыны, ғаиләлә йылылыҡ барлыҡҡа килде, өмөт уянды. Йөрәктәрҙе дөрләткән мөхәббәт тангоһы ла спектаклдең ритмын тотто. Һәр беребеҙҙең күңелендә йәшәгән йәшлек осҡоно йәндәргә йәм бирҙе.
Театр донъяһының бар нескәлектәрен белгән, яратҡан, тойған режиссер Радмир Дәүләтбаҡов был юлы ла уңыш ҡаҙанды. Уға, артистарға артабан да ижади ҡомар теләйбеҙ.
Читайте нас: