Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
28 Июнь 2018, 13:50

ШАЯН ЕГЕТ АЗАМАТ

27 июнь - Йәштәр көнө.

Был һөйкөмлө егет интернет менән әүҙем ҡулланыусылар өсөн яҡшы таныш тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Азамат Мөхәмәтйәнов исемле Иҫәнғол егете ул. Бөгөн Өфө дәүләт авиация-техник университетының Уҡыу-хәрби үҙәгенең 3-сө курсы студенты Азамат башта – КВН-сы, хәҙер иһә йәштәр араһында популяр йырҙарға пародия менән клиптар төшөрөүсе булараҡ билдәле. Мәҫәлән, Элджей тигән йырсының бер йырына төшөрөлгөн “Сынаяҡҡа ҡой” пародияһы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә” тапшырыуында апрель айының иң шәп видеояҙмаһы тип табылды.
6-сы класҡа тиклем 2-се мәктәптә белем алғандан һуң уҡыуын Республика башҡорт лицей-интернатында дауам иткән Азамат лицейҙың “Башҡорттар.ru” командаһында шөғөлләнә башлай. Уҡыуын тамамлағансы дуҫтары менән республикала үткән шаяндар һәм отҡорҙар уйындарын ҡалдырмай, уңышлы сығыш яһай.
Ижади ҡарашлы, йор һүҙле Азаматты етди һөнәр һайлауы сәхнәнән айыра алмай. Ул юғары уҡыу йортонда белем ала башлау менән бығаса шаян тулҡында бергә булған класташтары менән яңы – “Нөктә.ru” командаһы төҙөй һәм бөгөнгәсә шул команданы уңышлы етәкләй. Әйткәндәй, Азамат һәм уның дуҫтары Башҡорт асыҡ КВН лигаһында еңеп кенә ҡалмай, 2017 йылда башҡорт КВН-сыларынан йыйылма команда туплап, рус лигаһында ҡатнашып, финалға сығыуға өлгәшә. Ә 2018 йыл иһә Азамат өсөн Сочи ҡалаһында үткән “Кивин” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыу менән башланып китә. Тимәк, киләсәктә егетте тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтә!
Читайте нас: