Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
17 Сентябрь 2018, 13:30

СӘСКӘЛӘР ДОНЪЯҒА ЙӘМ СӘСӘЛӘР

Беҙ, Абзан ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла, ошо матур мәлде файҙаланып, ауылыбыҙҙа 2015 йылдан алып үткәрелеп килгән “Сәскәләр байрамын” ойошторорға булдыҡ.

Көҙ үҙен күптән һиҙҙерә башлаһа ла , көндөҙҙәрен әле йәй кеүек йылы, сыуаҡ. Тәбиғәт, гүйә, кешеләргә тамамланмаған йәйге эштәрен йомғаҡлап ҡуйырға фосат бирә, ә үҙе төнгө һыуыҡтары менән киҫәтеп ашығырға ҡуша.
Беҙ, Абзан ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла, ошо матур мәлде файҙаланып, ауылыбыҙҙа 2015 йылдан алып үткәрелеп килгән “Сәскәләр байрамын” ойошторорға булдыҡ. Кәңәшләшкәс был сараны 9 сентябрь – Берҙәм тауыш биреү көнөнә тәғәйенләнек. Яҙ иғлан ителгән “ Иң күркәм сәскәлек ” конкусына йомғаҡ яһау өсөн комиссия һайланыҡ. Рәйлә Килдейәрова, Ғәшиә Хәлитова, Фатима Илбаева, Рәмилә Ағурҙина составындағы комиссия менән көн оҙоно ихатанан ихатаға йөрөп, сәскәлектәрҙе ҡарап сыҡтыҡ. Еңеүселәрҙе нисек билдәләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ, сөнки күркәм сәскәлектәр бик күп ине.
Һайлау көнөндә ауыл мәҙәниәт йорто алдын аллы- гөллө гөлләмәләр, сәскәлектәр фотоларынан төҙөлгән күргәҙмә-стенд биҙәне. Байрамды конкурс еңеүселәрен ҡотлауҙан башланыҡ. Зилә Вәлиева, Нурия Вәлитова, Фәниә Ғәйнуллина, Ғәфиә Ишбулатова, Зина Ҡарабаева, Ләйлә Ҡотошова, Айгөл Маннатова, Мөнирә Рахмонова – иң матур, сағыу һәм бай сәскәлек хужалары булараҡ бүләкләнде. Башҡа сәскә һөйөүселәр ҙә ҙур булмаған бүләктәр алып ҡыуанды.
Һайлау бүлмәһенә инеп сыҡҡас та кешеләр ҡайтырға ашыҡманы. Күңелле музыка яңғырап торған майҙанда мәктәп, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өҫтәлдәрҙән тәм-том, емеш-йәшелсә һатып алды, матур гөлләмәләр янында фотоға төштө. ”Маяҡ” ЯСЙ-һынан килтерелгән ашлыҡ та бик дәррәү һатылды. Халыҡ салт ҡояштың йылы нурҙарына, әле сағыулығын юғалтмаған сәсәкәләргә, көҙгө муллыҡҡа һөйөнөп, бер-береһе менән аралашып ял итте.
Читайте нас: