“Башҡортостан” теле-радиокомпанияһының “Тамыр” телеканалы үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә төшөргән тәүге “Бирешмә!” сериалы “ТЭФИ-Регион”-2018 Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалисы булды. Сериал “Телевизион нәфис фильм/сериал” номинацияһында билдәләнде.
– Был ябай номинация түгел, сөнки сериал – телевидениела иң ауыры. “Бирешмә!” – тарихта үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә төшөрөлгән тәүге сериал, – ти холдинг директоры Рөстәм Зарафутдинов. – Һәм бөгөн ошо 10 сериалыҡ телепроект “Тамыр”ға һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһына яңы телепроекттарға мөмкинлек биреүсе телевизион брендҡа әйләнде. “Тамыр” “Телешко”һы ҡошсоҡтарының да бер номинацияға эйә булыуы Өфөнөң – Рәсәй балалар төбәк телевидениеһының баш ҡалаһы булыуы хаҡында һөйләй.
– Беҙҙең “көмөш” төн эсендә Краснодарҙан Өфөгә осоп ҡайтты, – ти “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Беҙ әлегә “ТЭФИ-Регион”-дың көмөш дипломына һәм академиктарҙың һоҡланыуҙарына лайыҡ булдыҡ. Һәм беҙҙең проект – финалға сыҡҡан 60 эш араһында милли телдә булғандың берҙән-бере!