Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2018, 18:17

ЙӘШ БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫ "ЙӘШЛЕК-ШОУ" САҠЫРА!

Башҡортостанда «Йәшлек-шоу» республика фестивале йәш йырсыларҙы саҡыра. Ғаризалар ҡабул итеү башланды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡортостанда «Йәшлек-шоу» республика фестивале йәш йырсыларҙы саҡыра. Ғаризалар ҡабул итеү башланды.
«Йәшлек-шоу» финалына эстраданың иң яҡшы вәкилдәре сыға, ә уларҙың береһен социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән тамашасылар һайлап ала. Гала-концерт 8 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.
Конкурс, ғәҙәттәгесә, «Иң яҡшы текст авторы», «Йыл йырсыһы», «Йыл асышы», «Йыл аранжировкалаусыһы», «Йыл проекты», «Виртуаль йондоҙ», «Йыл клибы» һәм «Йыл йыры» номинацияларында уҙа.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-927-333-17-17. Конкурстың положениеһын һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин.
Йыл һайын Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара Башҡортостандың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, уларҙың ижади кимәлен күтәреү маҡсатында уҙғарыла.