Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Декабрь 2018, 12:53

Түшелдеректәр оҫтаһы

Һуңғы осор республикабыҙҙа милли биҙәүестәр эшләп халыҡҡа таратыусылар күбәйеүе ҡыуанды-ра. Сәғит ауылында йәшәүсе Гөлдәр Тоҡомбәтова ла бына шундай алдынғы ҡарашлы һәм заманса зауыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Бындай оҫталар Башҡортостан сәнғәтенә тос өлөш индерә, афарин!

Гөлдәр Тоҡомбәтова-Билалова Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында 1991 йылда Гөлшат һәм Аза-мат Билаловтарҙың ғаиләһендә тыуған. Өс бала үҫкәндәр – апаһы Яҙгөл һәм ҡустыһы Айгиз бар. Ата-әсәһе балаларын эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Атаһы тракторсы, ферма мөдире, бригадир булып, ә әсәһе хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй. Гөлшат апай эштән тыш төрлө мәҙәни сараларҙа актив ҡатнаша, әле лә ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған ағинәйҙәр клубының иң әүҙем йырсы-бейеүсеһе. Гөлдәр ҙә сәнғәткә бәләкәй саҡтан ғашиҡ, атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да туғандары барыһы ла тиерлек гармунда уйнай, бейей, йырлай, шулай уҡ профессиональ баянсы, ҡурайсы, театр артисы, бейеүселәр ҙә бар, ә олатаһы заманына күрә оҫта скрипкасы булған.

Гөлдәр 1998 йылда 1-се класҡа уҡырға барған. Яҡшы ғына уҡый, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнаша. Ул уҡыған йылдарҙа мәктәп гөрләп тора, балалар уҡыуҙан ҡайталар ҙа төштән һуңғы дәрестәргә йүгерә. Музыка, һынлы сәнғәт дәрестәре, шахмат, шашка түңәрәктәре һәйбәт эшләй. Тырыш ҡыҙ вокал, хор, сольфеджио, фортепиано, музыкаль әҙәбиәт, бейеү, ҡумыҙ, бәйләү-сигеү түңәрәктәренә йөрөй. Былар барыһы ла бушҡа ваҡыт уҙғарып йөрөү булмаған, артабанғы тормо-шонда бик ҙур роль уйнай. 2007 йылда 9-сы класты тамамлап, Сибай сәнғәт колледжының башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә думбыра класына уҡырға инә. Ҡала яҡшы ҡаршы ала, уҡыуы ауыр булмай, уҡытыусыларҙан да, курсташтарҙан да уңа. Тап ошо ҡалала буласаҡ тормош иптәшен осра-та. Сәғит ауылы егете Радмир ул ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында белем ала, юғары уҡыу йор-тона тиклем ул да Сибай сәнғәт колледжының ҡурай класын тамамлаған була. Гөлдәр 2011 йылда колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлап, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде-мияһына уҡырға инә. Радмир ҙа шул уҡ йылды уҡыуын тамамлап, әрме хеҙмәтенә китә. 2013 йыл-дың август айында гөрләтеп туй үткәрәләр. Шулай Гөлдәр эшһөйәр, егәрле Тоҡомбәтовтар ғаиләһенә килен булып төшә һәм Сәғит ауылында йәшәй башлайҙар.

Академияның 3-сө курсын тамамлауға ҡыҙҙары Айсулпан донъяға килә. Йәш әсә ситтән тороп уҡыуын дауам иттә. Бәләкәс кенә Айсулпанды алып ҡалып, уҡып бөтөргә мөмкинлек биргәне өсөн иң ҙур рәхмәтен бейеменә әйтә.

Гөлдәр мәктәп йылдарында, үҫкәс бейеү уҡытыусыһы булам, тип хыялланған. Бала саҡ хыялы ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашҡан, сөнки 2016 йылда күрше Байыш ауылы мәктәбендә бейеү түңәрәге асып ебәргәндәр. Дәртле, һәләтле балалар менән эшләүе Гөлдәргә рәхәт, ике йыл рәттән район кимәлендә уҙғарылған бейеү конкурсында урындар алып киләләр.

Гөлдәр Тоҡомбәтова Сәғит ауылы мәҙәниәт йорто тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө концерт, кисәләрҙә ҡатнашып тора. Быйыл М.Ғәлиева исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы-лар асыҡ конкурсында 2-се урынға лайыҡ булған. Шулай уҡ «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсын-да көсөн һынап ҡарай, финалға үтә алмай, шулай ҙа ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигән мәҡәлгә таяна.

– Бейеү – ул минең хобби, халыҡ бейеүҙәрен үҙ итәм. Яңыраҡ тағы бер шөғөл өҫтәлде, буш ваҡы-тымда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – түшелдеректәр эшләйем. Әлеге ваҡытта ҡәйнәм-ҡайным менән бер ихатала ғүмер итәбеҙ, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып. Иптәшем вахта ысулы менән эшләп йөрөй, электроника менән мауыға. Ҡыҙыбыҙ йырларға, бейергә ярата, сәхнәлә сығыш яһай башланы, – тине әңгәмәсем.

Әнисә Бикташева.
Читайте нас: