Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
4 Февраль 2019, 11:47

Берҙән-берем, ғәзиз ерем, Башҡортостан!

Ошондай исем аҫтында үтте Башҡортостандың 100 йыллығына арналған район эстафета-марафонының сираттағыһы. Был юлы Яңы Петровка ауыл биләмәһе халҡы майҙан тотто.

Берҙән-берем, ғәзиз ерем, Башҡортостан!

Сара сиктәрендә һәр биләмә үҙенең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштыра, тыуған ергә дан йырлай. Был юлы ла яңы петровкалар Үрген ауылы мәҙәниәт йортонда әҙерләнгән күргәҙмәлә үҙҙәренең йәшәйешен кәүҙәләндерҙе. Элекке радиотехника, баҫыу машинаһы, етеле шәм, биҙәнеү әйберҙәре йәш быуында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. ¤лкәнерәктәр иһә төрлө йылдар, таныш йөҙҙәр сағылған фотоһүрәттәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарап, хәтирәләрен яңыртты. Ағинәй Гүзәл Аҡсуринаның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре, Урал Ейәнбирҙиндың аҡсалар коллекцияһы күргәҙмәгә үҙенсәлек өҫтәне.

Әминә Килдебаева һәм уның иптәше Юлай Аҡсуриндың күргәҙмәгә сығарылған «байлыҡтары» һоҡланмаҫлыҡ түгел: йыйып киптерелгән дарыу үләндәре-тамырҙары янына ниндәй сиргә һәм нисек ҡулланыу кәрәклеге лә яҙылғайны. Ә һунарсы Юлай ағайҙың «трофей»ҙары – төрлө йәнлек тиреләре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге фотоһүрәттәрҙә генә түгел, ауыл уңғандарының ҡул эштәрендә лә сағылыш тапты. Биләмәнең мәғариф учреждениелары әҙерләгән күргәҙмәләр йөкмәткеле, мәғлүмәткә бай булыуы менән айырыуса айырылып торҙо. Бигерәк тә «Айгөл» балалар баҡсаһы тормошон сағылдырған экспозиция сағыулығы менән һәр кемде үҙенә йәлеп итте. Ижади ҡарашлы тәрбиәселәр эшләгән баҡсаға балаларҙың атлығып тороуына, йөрөргә теләгән кескәйҙәргә хатта урын етмәүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел.

Әлмира Әйүпова. Автор фотолары.


Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.
Читайте нас: