Нурға төрөн, тыуған ерем!
Муйнаҡ ауылы биләмәһен Өҫкәлек буйындағы Үрге Муйнаҡ, Урта Муйнаҡ, Түбәнге Муйнаҡ, Өмбәт, Мәзит, Ғәббәс, йәнә Түбәнге Аҡбирҙе ауылдары тәшкил итә. Өҫкәлек буйы таланттарға бай икәнлеген яҡташтарыбыҙға яҡшы таныш. Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған «Быуат ауазы» халыҡ ижады район фестиваль-марафоны сиктәрендә Муйнаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән «Нурға төрөн, тыуған ерем Башҡортостан!» исемле концертына килеүселәр быға тағы бер ҡат инанды.
Марафон барышында һәр биләмә үҙенең билдәле шәхестәре, оҫталары, уларҙың ижад емештәре менән таныштыра. Муйнаҡтар ҙа был йоланан ситкә тайпылманы. Тамашаға килгән һәр кем фойела «Күңел биҙәктәре» күргәҙмәһендә оҫтабикәләр Гөлнара Сырлыбаеваның – мәрйендән теҙеп эшләнгән сувенирҙары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем өлөшө булған һаҡалдары, Әлфинур Мусинаның ырғаҡ менән бәйләнгән ҡул эштәре, ҡурсаҡтарға тегеп кейҙерелгән милли күлдәктәре ҡуйылғайны. Райхана Әбделғужинаның аҡ дебеттән бәйләгән селтәр шәлдәре, палантиндары, еңһеҙҙәре, Римза Уразаевтың ағастан эшләгән әйберҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балаларҙың ҡул эштәре, совет йылдарын сағылдырған, шулай уҡ боронғо көнкүреш әйберҙәре һәм ҡаралтылары менән тирмәнең дә булыуы – күргәҙмәне тулыландырҙы. Өҫкәлек буйында тыуып үҫеп, мәғариф, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә үҙ исемдәрен танытҡан арҙаҡлы яҡташтар хаҡындағы мәғлүмәт тә халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Әйткәндәй, абруй ҡаҙанған, исемдәре республика тарихында яҙылған шәхестәр менән таныштырыу тамаша залында ла дауам итте. Улар хаҡында мәғлүмәт, фотоһүрәттәре биләмә тарихын сағылдырған яҙмала ентекләп һөйләнелде. Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихы биләмәләге ете ауыл халҡының тормошонда яҡшы сағыла. Һәүәҫкәрҙәр үҙ сығыштарында ошоно асыҡ кәүҙәләндерҙе.
Концерт балалар ҡатнашлығындағы музыкаль композиция менән башланып китте лә. Сәхнә түренә Өмбәт батыр күтәрелеүе, Раян Ғафаровтың ҡурайҙа һыҙҙырған оҙон көйө, Вилиә Ғәлиеваның «Заһиҙә» бейеүе халҡыбыҙҙың тарихына әйҙәне. Ғәббәстәр, Өмбәт ағинәйҙәре, «Йондоҙҡай» ансамбле колхоз йылдарын, шул осор йәштәренең күңелле тормошон йыр-бейеү аша күрһәтте.