Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
11 Февраль 2019, 10:58

Ҡараштарҙа – ҡарҙы иретерлек наҙҙар…

Ейәнсураның иң һылыу ҡыҙы асыҡланды Йыл да йә ҡаты һыуыҡтар, йә ҡар бурандары хакимлыҡ иткән февралдең бер кисендә Ейәнсураға яҙ килеп китә. Сөнки тап ошо осорҙа район мәҙәниәт йортонда яҙ һулышын бүләк итер «Ейәнсура һылыуҡайы» гүзәллек байрамы үтә.

Ҡараштарҙа – ҡарҙы иретерлек наҙҙар…

Ейәнсураның иң һылыу ҡыҙы асыҡланды
Йыл да йә ҡаты һыуыҡтар, йә ҡар бурандары хакимлыҡ иткән февралдең бер кисендә Ейәнсураға яҙ килеп китә. Сөнки тап ошо осорҙа район мәҙәниәт йортонда яҙ һулышын бүләк итер «Ейәнсура һылыуҡайы» гүзәллек байрамы үтә.

Райондың мәҙәни тормошонда күркәм йолаға әйләнгән был сарала һылыуҡай тажы өсөн быйыл Иҫәнғолдан – Элина Татлыбаева, Айһылыу Йәнсурина, Елизавета Степанова, Айгерим Джумагулова, Таҙларҙан – Руслана Ғәйнуллина, Ағурҙанан – Гөлдәр Марҡабаева һәм Яңы Себенленән Земфира Хантимерова һынау тотто. Әйткәндәй, теләүселәр бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән «Бәйләнештә» социаль төркөмөнә ҡуйылған фотоһүрәттәре аша таныша алды һәм үҙенә оҡшаған һылыуҡай өсөн тауышын бирҙе.

Ҡыҙҙар ҙур сәхнәгә сығып, тамашасыларҙың, ә иң мөһиме – баһалаусыларҙың лайыҡлы баһаһын алыр өсөн күп тырышлыҡ һалған. Уларға был йәһәттән, һәр ваҡыттағыса, район мәҙәниәт йорто белгестәре ярҙам иткән – һылыуҡайҙарға үҙҙәрен сәхнәлә нисек тотоу, матур йөрөү, бейеү серҙәрен өйрәткән, гүзәлдәрҙә ышаныс уятҡан.

Автор фотолары.


Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.






Читайте нас: