Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
22 Апрель 2019, 11:53

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән – юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер…

17 апрелдә беҙҙең районда оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабы үткәрелде. Был конкурс йәмғиәттең оло йәштәгеләрҙең ижади эшмәкәрлегенә иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған.

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән – юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер…
17 апрелдә беҙҙең районда оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабы үткәрелде. Был конкурс йәмғиәттең оло йәштәгеләрҙең ижади эшмәкәрлегенә иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған.

Йөрәгендә һүнмәҫ дәрт булған, тормош тәмен, йәмен белгән, маҡсатлы, аралашырға яратыусы Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Бөрйән, Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Йылайыр райондары һәм Күмертау ҡалаһы конкурсанттары был көндө Ейәнсура районына аяҡ баҫты. Уларҙы район мәҙәниәт йортонда гармунсылар, «Йырау» ансамбле, «Иҫәнғол ағинәйҙәре», мәҙәниәт йортоноң инструменталь ансамбле дәртле таҡмаҡтары менән ҡаршы алды.

«Мин яратам был тормоштоң һәр миҙгелен,

Һәр сәскәһен болондағы, һәр бер гөлөн.

Һәр ағасы урмандағы һәр бер ҡошон,

Мин яратам һәр миҙгелен был тормоштоң!» – тип

алып барыусылар Сәүиә Йәнсурина һәм Гөлназ Танһыҡҡужина фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, абруйлы жюри ағзалары менән таныштырҙы. Сараны баһалама рәйесе – халыҡ инструменттарының милли оркестрын ойоштороусы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Ф.Ғәскәров исемендәге академик халыҡ бейеү ансамбле балетмейстеры Риф Ғәбитов, «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең гала-концертының баш режиссеры Лилиә Иванова, йырсы Әлфиә Юлсурина, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министрлығы вәкиле Эвелина Горбенко баһалай.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов фестивалгә килеүселәрҙе тәбрикләне һәм был сара райондың ғына түгел, бөтә республиканың мәҙәни тормошонда ҙур байрам икәнлеген билдәләп китте.

– Район бик күп күренекле сәйәси эшмәкәрҙәр, хужалыҡ етәкселәре, белгестәре һәм ғалимдар бирҙе. Районыбыҙ үҙенсәлекле тарихи ваҡиғаларға һәм йолаларға бай. Беҙ Башҡортостан Республикаһын ойоштороуҙа башлап йөрөүселәрҙән булған яҡташтарыбыҙ – Юныс Бикбов, Сөләймән Мырҙабулатов, Мстислав Ҡулаев, Рәхим Ибраһимов, Фәйзулла Солтанов һ.б. хаҡында һәр ваҡыт ҙур ғорурлыҡ менән һөйләйбеҙ. Улар тураһында иҫтәлек быуындан-быуынға күсеп, мәңге һаҡланыр. Был эштә хаҡлы ялға аяҡ баҫып тороусылар, ветерандарыбыҙҙың хеҙмәте ҙур, – тине Дәмин Марат улы. – Бөгөн һеҙ төрлө жанрҙарҙа уларҙың һәләтен күрәсәкһегеҙ. Осраҡ менән файҙаланып, ошо конкурсты ойоштороусыларға өлкән быуынға иғтибары өсөн рәхмәт әйткем килә. Улар үҫеп килеүсе быуынға ысын мәғәнәһендә тормошто яратыуҙа, Тыуған илен һөйөүҙә лайыҡлы өлгө булып тора. Тап ошондай сараларҙа үҫеп килеүсе быуын тәрбиәләнергә тейеш. Һеҙҙең һәләт, оҫталыҡ тамашасылар күңелен яулап алыр, һәм бөгөнгө фестиваль күптәрҙең йөрәгендә оҙаҡ йылдарға һаҡланыр, тип ышанам. Ул барыһына ла ижади уңыштар теләне.

Районыбыҙ халҡы элек-электән данлы улдары һәм ҡыҙҙары менән ғорурлана. Был юлы уның данын-мәртәбәһен өлкән быуын кешеләре яҡланы. Сәхнә түренә сыҡҡан Үрген ауылы ағинәйҙәре конкурсты асып ебәрҙе. Уларҙан һуң Рәфис Ишмөхәмәтов, ир-егеттәрҙең гармунсылар ансамбле, «Иҫәнғол ағинәйҙәре» һәм башҡа ҡатнашыусылар үҙ һәләтен күрһәтте. Күмертауҙың «Любава» хоры тамашасыларҙы һоҡландырҙы, камил башҡарыуҙары менән арбаны. Артабан һәр район үҙ һәләттәрен сәхнә түренә сығарҙы. Республика һәләттәре сығыштарын баһалама ағзалары һәм тамашасылар ихлас ҡараны. Олоғайған көндә лә йәштәрсә дәрт менән йырлап-бейеп йөрөүселәр һоҡланыуға һәм маҡтауға лайыҡ. «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең республика фестивале тамам. Барыһы ла ошо бәйгенән илһам алып, тағы ла бергәләшеп осрашыуға өмөт итеп, таралышты.
Читайте нас: