Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Июнь 2019, 16:13

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Ә беҙҙә...Быуындар сылбыры өҙөлмәһен“Ҡырҙағы аҡҡошлар ҡайта икән. Күмәкләп кәнсирт ҡуймаҡсылар”, – тигән хәбәргә байыштар бик аптыраманы. Аҡҡужиндарҙың (ҡушаматтары буйынса – аҡҡоштарҙың) йыр-моңға маһирлығын бөтәһе лә белә. Тик хәҙерге зауыҡлы тамашасыны ҡоро йыр менән генә тик ултыртып булмай бит әле, тип икеләнеүселәр ҙә булғандыр.

Ә беҙҙә...

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

“Ҡырҙағы аҡҡошлар ҡайта икән. Күмәкләп кәнсирт ҡуймаҡсылар”, – тигән хәбәргә байыштар бик аптыраманы. Аҡҡужиндарҙың (ҡушаматтары буйынса – аҡҡоштарҙың) йыр-моңға маһирлығын бөтәһе лә белә. Тик хәҙерге зауыҡлы тамашасыны ҡоро йыр менән генә тик ултыртып булмай бит әле, тип икеләнеүселәр ҙә булғандыр.

Әммә халыҡ ауыл мәҙәниәт йортона боронораҡ сибайҙарға барғандай йыйылды. Аҡҡоштар тигәнем Банат һәм Рамаҙан Аҡҡужиндарҙың – йәндәре йәннәттә булһын – балалары, килендәре, ейәндәре булыр. Улар ғүмер буйы колхозда, совхозда малсылыҡта эшләгәндәр, алты балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Банат апай үткер телле, йор һүҙле, таҡмаҡсы булды. Ә Рамаҙан ағай гармунсы, халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусы ине. Банат апайҙың атаһы Зәкәриә олатайҙың һуғыштан яҙған таҡмаҡтарын бөгөн ейәндәре әйтә.

Дон һыуынан сыҡҡан саҡта

Һалып сыҡтым йәш киртә.

Балаларым, бәғерҙәрем

Һағындыра кис-иртә.

Зәкәриә олатай йәндәй күргән балалары, халҡы тыныс, бәхетле йәшәһен өсөн һуңғы тамсы ҡанынаса дошман менән алышып, Дон далаларында ятып ҡала. Үҙҙәре һуғыш балалары булғас, Банат апай менән Рамаҙан ағай үҙ балаларына тик имен тормош, аяҙ күк йөҙө теләп үҫтерә. Бына шулай балалары ата-әсәһенән бөтә бирелгәнен алып, тырышып донъя көтә, быуындар сылбыры дауам итә. Бөгөнгө концерттың да шулай аталыуы тәбиғи ине.

Йылмайыуҙар бүләк итеп,

Йырлайыҡ әле бергә,

тип тамаша залын яңғыратты бер туған Рифҡәт һәм Илфат Аҡҡужиндар. Көслө лә, моңло ла тауыштарына йөрәктәр земберҙәп һығылып киткәндәй булды. Уларҙың яңғыҙ йырҙарын да халыҡ көслө алҡыштарға күмде. Аҡҡужиндарҙың ҡыҙҙары Зөмәрә һәм Зөлфирә лә моңло тауыштары менән залды әсир итте, тыуған яҡҡа һөйөү йәрәктәргә ҡушылып үҫкән, тип йырлауҙары ла хаҡ. Матур йырҙарға килендәрҙең оҫта бейеүҙәре үрелде. Аҡҡужиндарҙың Баймаҡ ҡоҙалары Фәниә һәм Динар Мәжитовтарҙың бөтә концерт дауамында йыр, дуэт, интермедиялар, нәфис һүҙ менән биҙәүе бик үҙенсәлекле ине.

Эйе, быуындар сылбыры өҙөлмәй. Рифҡәт Аҡҡужиндың улы Данир, Өфөлә тыуып үҫһә лә, башҡорт телендә үҙе яҙған рэп стилендәге йырҙары менән Байыш сәхнәһендә сығыш яһағаны бар ине. Был юлы кинйә улдары сәхнәлә нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылды. Бына бит Байыштың ҡала башҡорттары өсөн һоҡланғыс өлгө. Афарин, киленебеҙ Миңдинур Аҡҡужина-Мәжитова, һоҡланғыс әсә, оҫта йырсы, бейеүсе. Илфат Аҡҡужиндың улы Инзур йыр буйынса республика бәйгеләрендә ҡатнаша. Тамашасы уның бәләкәй генә сағынан нисек үҫешкәнен күҙәтеп, моңона, тауышына һоҡланды. Зөмәрә Имәсова-Аҡҡужина райондаштарыма бөтә мәҙәни тормошта актив ҡатнашыусы булараҡ билдәле. Мәктәптә уҡығанда Зөлфирә Аҡҡужина башҡорт теле буйынса республика бәйгеләрендә ҡатнашһа, ҡыҙы Ильмира ла, Өфө этаптарында еңеп, республикала еңеүселәр рәтендә булып, бөгөн университеттың башҡорт-инглиз бүлегендә уҡый.

“Быуындар сылбыры өҙөлмәһен” тип аталған ике сәғәтлек ҙур кисәнең төптө бушлай булыуы ла аптырарлыҡ та, маҡтауға ла лайыҡ. “Аҡсабыҙҙы кемегеҙгә түләйек?” – тип көлдөрҙө бер инәй. Мәҙәниәт усағы директоры Рәил Рафиҡ улының бөтә тамашаны музыкаль яҡтан биҙәүе, һәр ваҡыттағыса, иң юғары кимәлдә булды. "Һай афарин, Аҡҡоштар. Дан беҙҙең уландар, ейәндәр, уңған, һылыу килендәребеҙ, бөтә яҡтан килгән ҡоҙа -ҡоҙасаларыбыҙ. Йәшәһен Баймаҡ – Ейәнсура дуҫлығы," – тип бөтә зал рәхмәте еткерелде Аҡҡужиндарға.

Моңға һыуһап ҡайттыҡ сәхнәләргә...

Миҙгел кеүек кенә ғүмерҙәрҙән

Иҫтәлеккә ҡалһын йыр-моңдар

Һеҙҙең менән яңы осрашыуҙар

Көтһөн ине алда күп йылдар, –

тип хушлашты Аҡҡужиндар ауылдаштары менән.

Банат Зәкәриә ҡыҙының, Рамаҙан Ғариф улының рухтары шат, йәндәре тыныс булһын, матур балалар үҫтергәндәр.

Бындай талантлы, һөнәрле ғаиләләр бик күп ауылыбыҙҙа. Ниндәй профессияға эйә булыуҙары мөһим түгел. Күңелдәрендә йөрөткән йыр-моңға һөйөү берләштерә уларҙы. Киләсәктә Аҡҡужиндарҙың был һоҡланғыс башланғысын Ғөбәйҙуллиндар, Ваһаповтар, Йылҡыбаевтар, Тоҡомбәтовтар һәм башҡалар дауам итер әле, тип ҡыуанып өмөтләнеп таралышты халыҡ был кисәнән. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен.

Р. Назарова. Байыш ауылы.
Читайте нас: