Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
11 Июль 2019, 16:51

Алдағы ял көндәрендә республикала йәштәр өсөн бер нисә фестиваль ойошторола

Әүҙем йәштәрҙе һәм күңеле йәш булғандарҙы алдағы ялда ниндәй саралар көтә?

“Мораҙым — FEST — 2019”


Күгәресен районында “Мораҙым — FEST — 2019” башҡорт йәштәре йыйыны үтә. Унда спорт ярыштары, концерт һәм дискотека була. Популяр музыкант Заһир Зәйнетдинов байрамдың төп ҡунағы итеп саҡырылған.


“Аманат дуҫтарын йыя”


Ейәнсура районында “Аманат дуҫтарын йыя” фестивале уҙа. Унда танылған йырсылар Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин сығыш яһай.

“Ҡош юлы”


Ишембай районы Аҙнай ауылында “Ҡош юлы” бард фестивале ойошторола. Йылайыр районында “Алға, Урал аръяғы” фестивалендә ҡатнашырға мөмкин. Уның барышында бокс оҫталары асыҡ беренселектә көс һынаша ала.

"Алға, Урал аръяғы!"

Йылайыр районында "Алға, Урал аръяғы!" район-ара фестивале һәм бокс буйынса Урал аръяғы беренселеге үтәсәк.
Читайте нас: