Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
7 Август 2019, 11:28

Самат тиҙҙән Һиндостанға оса?!

Үрген ауылында йәшәгән Самат Аҙнабаев “бейеүсе миллионер” ҡушаматлы итальян эшҡыуары Джанлука Вакки менән осраштырғаны өсөн тележурналист Андрей Малаховҡа сикһеҙ рәхмәтле.

Үрген ауылында йәшәгән Самат Аҙнабаев “бейеүсе миллионер” ҡушаматлы итальян эшҡыуары Джанлука Вакки менән осраштырғаны өсөн тележурналист Андрей Малаховҡа сикһеҙ рәхмәтле. “Пусть говорят” телетапшырыуында сит ил кешеһенең урынынан тороп уны ҡаршылауы, улай ғына ла түгел, ҡулын ҡыҫыуы яҡташыбыҙ өсөн, әлбиттә, оло мәртәбә. Бынан һуң ырымға ышанған егет, байлыҡ миңә лә йоҡһон типтер инде, оҙаҡ ҡулын йыумаған тигән имеш-мимештәр ҙә ишетелеп ҡалды.


Ябай ауыл малайы тиҙ арала нисек танылыу яуланы икән? Барыһына ла күршеһе “ғәйепле”. Кемдәрҙер таң һарыһынан ҡара кискә хәтлем тирләп-бешеп ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләй, ә Саматҡа, ике донъя – бер мөрйә тигәндәй, киң сабынлыҡты тар итеп рәхәтләнеп бейей. Ошо мәрәкә күренеште дуҫы видеоға төшөргән дә, интернетҡа һалған. Тап шул ваҡытта бейеүсегә тамаша ҡылыусыларҙың иҫәбе-һаны булмаған. Әле интернет киңлектәрен тағы бер ҡыҙыҡлы видео гиҙә – Самат Ишмөхәмәт улы “Танцор диско” музыкаль фильмындағы йырға һинд ҡыҙы менән бергә “джимми-джимми-джимми, ача-ача-ача...” тип бейей. Әйткәндәй, алты балаһы булған Саматтың йөрәген сибәркәй яулаған, тиҙәр, ошо көндәрҙә уның Һиндостанға осоуы ла ихтимал...

Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас: