Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт Культура
10 Сентябрь 2019, 12:54

Элмәле ҡыҙы - Пекинда!

Элмәле ҡыҙы Наилә Дәүләтшина Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара "Ебәк юлы мисы - 2019" гүзәллек бәйгеһендә ҡатнаша.

Өфө сауҙа-иҡтисад колледженда уҡып йөрөгән, шул уҡ ваҡытта "Мисс Башкортостан" студияһында шөғөлләнгән Элмәле ҡыҙы Наилә Дәүләтшина Пекин ҡалаһында үткән Халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Бығаса Наилә "Мисс Башҡортостан-2019" һәм "Краса Башкортостана-2018" республика бәйгеләрендә призер булғайны инде.


Әле бәйгегә донъяның төрлө мөйөштәренән йыйылған 50 ҡыҙҙың көндәре әүҙем: фотосессияларҙа һәм репитицияларҙа үтә. Беҙҙең һылыуҡайыбыҙ Венесуэланан килгән бәйгесе менән бер бүлмәлә йәшәй һәм 24-се һан аҫтында сығыш яһаясаҡ.


Бәйгенең финалы 14 сентябрҙә үтә. Наиләгә уңыштар теләйбеҙ!


Читайте нас: